Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте25.07.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән “Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдары хеҙмәткәрҙәре: Октябрьский геофизика эштәре идаралығы машинисы Хәбибуллин Рәсил Әмир улы, Урал сейсмология экспедицияһы механигы Хәмәҙиев Нурихан Бәҙертдин улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
“Геофизика” фәнни-етештереү фирмаһының генераль директоры Әҙиев Айрат Радик улына, Арлан геофизика эштәре идаралығының комплекслы партияһы начальнигы Мамаев Александр Сергеевичҡа, “Геостра” фәнни-етештереү үҙәгенең баш геологы Киселев Валентин Васильевичҡа, Өфө геофизика эштәре идаралығының комплекслы промысла геофизика партияһы начальнигы Поляковский Олег Иосифовичҡа, Октябрьский геофизика эштәре идаралығы начальнигы Сәлихйәнов Альберт Мәғдәнур улына, “Геофизика” фәнни-етештереү фирмаһының бүлек начальнигы, баш метролог Яҡупов Ришат Фазыл улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, “Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлек начальнигы Нафтулович Людмила Михайловнаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.