Чечнянан ҡайттылар25.07.2012
Ошо көндәрҙә Башҡортостандан Төньяҡ Кавказ биләмәһендә хеҙмәт иткән 88 полицейский Өфөгә әйләнеп ҡайтты.

Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ярты йыл эсендә тәртип һаҡсылары юлдарҙа һәм контроль-үткәреү пункттарында меңдәрсә машинаны тикшерҙе, федераль розыскылағы бер нисә автомобиль, байтаҡ наркотик тапты. Суд хөкөмөнән ҡасҡан бер нисә граждан тәфтиш органына тапшырылды. Башҡортостандың полиция отряды эш һөҙөмтәләре буйынса икенсе урын яуланы.
— Тәүге командировка бик ауыр булды. Унда тәртип тә, закондар ҙа икенсе, алты ай эсендә көсөргәнешле, әммә уңышлы эшләнек, — тине баш ҡаланың патруль-пост хеҙмәте инспекторы, полиция майоры Рөстәм Сәйфуллин. — Өйҙә балалар, һөйөклө ҡатындарыбыҙ, ата-әсәләр көтөүе күңелде йылытты. Ә был — иң мөһиме.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге полицейскийҙарҙы ҡаршы алды, имен-аман әйләнеп ҡайтыу менән ҡотланы. Республика эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин бер нисә хеҙмәткәргә уңышлы эш өсөн наградалар тапшырҙы.
— Һеҙ Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәренең юғары абруйын тағы ла бер тапҡыр иҫбат иттегеҙ, алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәнегеҙ. Һеҙгә республика етәкселеге исеменән яҡшы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәм, — тине министр тәртип һаҡсыларын тәбрикләп.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад