Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте көндәренең нисек үтеүе хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә ентекле генә мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Ошо сәфәребеҙ хаҡында мин дә үҙемдең тәьҫораттарым, тәҡдимдәрем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Беҙҙең делегация данлыҡлы Переделкино ижад йортонда йәшәне. Был йорт заманында СССР Әҙәбиәт фондына ҡарай ине, хәҙер ул — Рәсәй Әҙәбиәт фонды ҡарамағында. Элек бында өс тапҡыр булғайным, ҡайһы бер әҫәрҙәремде лә ошонда яҙҙым.
Туҡһанынсы йылдарҙа ике әрмән кешеһе — Галустян менән Саакян — ижад йортон ҡулдарына төшөрөп хосусилаштыра. Төп корпустарға ҡаршы, юл аша ҙур ялан бар ине. Был әрмәндәр ошо майҙанды байҙарға һата. Бөгөн унда зиннәтле коттедждар һалынған. Был ҡаласыҡ өс метр бейеклегендәге ҡалай ҡойма менән уратып алынған.
Рәсәй Әҙәбиәт фонды Переделкиноны ҡайтарып алыу өсөн ун йыл тирәһе судлаша. Ниһайәт, бынан ике йыл элек Ижад йортон әрмәндәрҙән кире ҡайтарып алдылар. Был алышты элекке СССР-ҙың һәммә яҙыусылары ла үтә лә борсолоп күҙәтте. Әле ижад йортон тәртипкә килтереү эштәре бара. Стеналарға күренекле яҙыусыларҙың фотолары ҡуйылған. Бында Мостай Кәримдең үҙ бүлмәһе була торғайны. Хәҙергә уның фотоһын күрә алманыҡ. Мостай ағайҙың улы Илгиз Мәскәүҙә йәшәй. Атаһының портретын килтереп ҡуйырға форсат тапһын ине.
Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте көндәре 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап уҙғарылды. Шуға ла баш ҡалабыҙҙағы “Бородино һуғышы” музей-панорамаһы менән танышыу мотлаҡ ине. Художник Рубо Бородино һуғышы күренештәрен ғәжәп оҫталыҡ менән төшөргән. Музей менән таныштырыусы Наталья ханым Ватан һуғышы тарихын ентекле аңлатты. Ул француздарҙың Мәскәүгә инеүе, унда йорттарҙы, һарайҙарҙы шартлатыуҙары, Кремль стеналарын емереүе хаҡында әйткәс, уны ошо һүҙҙәр менән бүлдерҙем:
— Казактар һәм башҡорттар Мәскәү Кремлен француздарҙың шартлатыуынан ҡотҡарып ҡала. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөлә Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта һөйләне. — Наталья ханым һүҙен бүлдереүемә үпкәләгән һымаҡ ҡарағас, өҫтәп ҡуйҙым:
— Килеүселәргә ошолар хаҡында һөйләһәгеҙ, һеҙҙең сығыш йәнләнер.
Музей-панорамалағы экспонаттар менән ҡыҙыҡһынып танышабыҙ. Бер урында һуғыш күренештәрен, яугирҙәрҙе һүрәтләгән рәсемдәр ҡуйылған. Ике башҡорт яугире парад кейемендә һүрәтләнгән. Сит илдә төҫ-ҡиәфәттәрен матур итеп йөрөтөргә ынтылғандарҙыр. Рәсем аҫтындағы тексты уҡыным һәм иҫ-аҡылым китте: унда “Киргизы” тип яҙылғайны!
Шунда уҡ Наталья ханымға мөрәжәғәт иттем:
— Был яугирҙәр башҡорттар бит! Һис тә ҡырғыҙҙар түгел. Ҡырғыҙҙар 1812 йылғы һуғышты төштәрендә лә күрмәгән! Хатаны төҙәтегеҙ. Һүрәт аҫтына “Башҡорттар” тип яҙығыҙ!
Экскурсовод ыҡ-мыҡ итте лә ҡуйҙы. Танышыуҙы дауам итәбеҙ. Бер мөйөшкә 1812–1814 йылғы һуғышта ҡатнашҡан ябай һалдаттарҙың, крәҫтиәндәрҙең биш һыны ҡуйылған.
— Ошо яугирҙәр рәтендә башҡорт яугиренең һыны ла мотлаҡ торорға тейеш! — тип тәҡдим иттем.
Экскурсия тамамланғас, музей хакимиәтендә булдым. Унда телгә алған етешһеҙлектәрҙе ентекләп әйтеп бирҙем. “Тәҡдимдәрегеҙҙе ҡарарбыҙ”, — тигән яуап ишеттем.
“Бородино һуғышы” музей-панорамаһы онотолмаҫ тәьҫир ҡалдырҙы. 1812 йылғы Ватан һуғышында француз илбаҫарҙарын еңеүгә урыҫтар менән башҡорттар ҙа үҙҙәренең лайыҡлы өлөшөн индерҙе, яу ҡырында дан-шөһрәт яуланы, бик күп орден, миҙалдар менән бүләкләнде.
Беҙҙең делегация Ҡыҙыл майҙанда ла булды. Донъяның төрлө илдәренән килгән халыҡ майҙан тулы ине. Улар Ленин мавзолейына инергә йыйына. Мавзолей стенаһындағы “Ленин” һүҙе бик тоноҡ, алһыуыраҡ төҫтә яҙылған. Уны алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйырға кәрәк. Граждандар һуғышы осоронда ул Антантаның 14 иле ғәскәрҙәренең һөжүменә ҡаршы торорҙай Ҡыҙыл Армияны ойоштора, Рәсәйҙе баҫҡынсыларҙан һаҡлап алып ҡала. Был һуғышта башҡорт яугирҙәре алғы сафта була. Бөгөн ҡайһы бер сәйәсмәндәр Ленинға нахаҡҡа бәйләнә, сөнки улар юлбашсының илде баҫҡынсыларҙан һаҡлап ҡалыуын, һуңынан уны аяҡҡа баҫтырыуын белмәмешкә һалыша.
Рәшит НИЗАМОВ,
яҙыусы.