Теләк хеҙмәт шарттарына бәйле25.07.2012
Барыбыҙға ла билдәле: әгәр шарттар ҡәнәғәтләндерерлек икән, предприятиеларҙа, фермаларҙа, ғөмүмән, бар ерҙә лә күрһәткестәр юғары була. Мәҫәлән, Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы малсыларының яҡшы эш һөҙөмтәләре шуға бәйле. Беҙ быға Өсбүлә һөтсөлөк фермаһына барғас инандыҡ.

— Былтыр ферма биналарының береһендә реконструкция үткәрҙек, дөрөҫөрәге, уны тулыһынса яңырттыҡ, быға 6 миллион һум аҡса тотонолдо. Тағы 2 миллион һум малсылар йортон ремонтлауға китте. Бындай сығымдарҙың, һис шикһеҙ, үҙен аҡлаясағына ышанабыҙ, сөнки кешеләрҙең эшкә теләге ундағы хеҙмәт шарттарына бәйле, — ти завод етәксеһе Рәис Шакиров.
Эйе, бында ферма мөдиренең, зоотехник-селекционерҙың, ветеринарҙың бөтә кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған эш бүлмәһе, иркен ашхана, заманса душ бүлмәһе бар.
Шундай уңайлыҡтарға яуап итеп, малсылар ҙа, белгестәр ҙә тырышып эшләй һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Һауынсылар Рида Хәйруллина, Гүзәлиә Шәрипова, Светлана Шәрипова, Мәүлединә Ғәбделисламова хаҡында йылы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин, ғөмүмән, бар эшселәр ҙә һынатмай, ҡушылғанды теүәл үтәй.
Лира ГӘРӘЕВА.
Дүртөйлө районы.


Вернуться назад