Хаҡ эште халыҡ һөйөр25.07.2012
Күптән түгел ғүмер буйы тәрбиәсе булып эшләгән Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы Янышева менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул элекке Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Йәрмәкәй районының Сөйәрмән ауылында тыуған. Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы Янышеваның (Кәлимуллина) бала сағы аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарына тура килһә лә, уҡытыусы булыу теләге көслө була. Бөгөн ул Инйәр ҡасабаһында йәшәй. Хаҡлы ялда. Мәғариф өлкәһендә эшләү дәүерендә бихисап Маҡтау ҡағыҙына, ҡиммәтле бүләктәргә, миҙалдарға лайыҡ булған. Әммә уның өсөн иң ҙур бүләк — уҡыусыларының хаттары, фотолары, сәләмдәре.

— Барлыҡ тормош ғазаптарым 1930 йылда башланды. Икенсе класта уҡып йөрөйөм. Хәтеремдә, бер мәл беҙгә көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп төштө. Ҡораллы кешеләр өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙе, нимәлер эҙләнеләр. Бер нәмә лә тапмағас, береһе өләсәйемдең һандығын аҡтара башланы. Унда әсәйемдәр беҙгә, ҡыҙҙарына, бирнә әҙерләп һалған булған. Көмөш аҡсалар, йөҙөк һәм башҡа биҙәүестәр тегеләрҙе битараф ҡалдырманы. Ике келәт иген, ит, май, унлаған баш һыйыр малы бар ине. Уларға колхоз хужа булды, келәттәрҙе лә йоҙаҡлап алдылар.
Оҙаҡламай беҙҙе Урта Төлмәйгә килтерҙеләр. Өс яҡтан йылға ағып ята, ә ҡаршыла Ямантауҙың ҡаялары күренеп тора. Яңы ғына төҙөлә башлаған барактар. Уларҙы беҙҙең кеүек “халыҡ дошмандары” төҙөй. Барактар төҙөлөп бөтөү менән мейес сығарып, тәҙрәләр, ишектәр ҡуйып, бәләкәй генә бүлмәләргә ғаиләләр сыға торҙо. Ә шуға тиклем ҡыуыштарҙа йәшәнек. Ашау тураһында һөйләйһе лә түгел, барыһы ла ас. Хәйер ҙә һорар инек, яҡын-тирәлә ауылдар юҡ. Иң яҡындары ла 20 – 30 саҡрым алыҫлыҡта ята. Өлкәндәр коменданттан рөхсәт алып, булған әйберҙе аҙыҡ-түлеккә алыштырыр өсөн күрше ауылдарға йөрөнө. Атайымдар утын ҡырҡты, эш хаҡына ҡайһы саҡта әйберләтә лә бирҙеләр. Барлы-юҡлы нәмәне аҙыҡҡа алыштырҙыҡ. Бер йыл буйы тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, сабырлыҡҡа өйрәндек. Халыҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ үлде, күҙ алдында ҡырылды. Беҙ тыуған Йәрмәкәйгә ҡасып ҡайтырға мәжбүр булдыҡ. 1932 йылдың йәйе ине. Ул бер нисә көн хәтерҙә бик ныҡ уйылып ҡалған. Ниндәй бәхетле инек беҙ ул саҡта! Рәхәт йәшәргә бер кем ҡамасауламаҫ кеүек ине. Тик ундайҙар табылды. Беҙҙең ҡайтҡанды ишеткәс, атайымды алып китеп, ябып та ҡуйҙылар. Оҙаҡламай уны тағы ла Урта Төлмәйгә ебәреүҙәре хаҡында ишеттек.
Беҙ бер ай буйы атайымдың һеңлеһендә йәшәнек. Улар үҙҙәре — биш йән, беҙ — дүртәү. Аслыҡ арҡаһында Сөйәрмәткә ҡайтып киттек. Әсәйемдәр бында ла оҙаҡ йәшәй алманы, сөнки йәшәргә урын юҡ, ашау ҙа наҡыҫ. Мине Сәмсиямал исемле инәйгә ҡалдырҙылар ҙа үҙҙәре тағы Урта Төлмәйгә, атайым янына, юл тоттолар. Күрәһең, үҙебеҙ үлһәк тә, бала иҫән ҡалһын, тип уйлағандарҙыр.
Сәмсиямал инәй береһе ете, икенсеһе биш йәшлек малайҙарын яңғыҙ тәрбиәләй ине. Өйө бәләкәй генә, иҙәне ерҙән, ятыр өсөн бер генә һике, бәләкәй генә усаҡлы мейесе лә бар. Ул ҡараңғы өйҙө яҡтырта, беҙҙе лә әҙ-мәҙ йылыта. Бындай өйҙә йәшәүе бик ауыр булды, әммә түҙҙек. Атай-әсәйемде юҡһыныу һағышын тамаҡ туйҙырыу ҡайғыһы ҡапланы.
Йәй еткәс, төрлө ауылдарға хәйер һорашырға йөрөнөм. Алып ҡайтҡан аҙыҡты дүртәүләп ашай инек. 1933 йылда элекке ерҙе һорап алып, бәрәңге сәстек. Бәхеткә, бик шәп уңды. Беҙҙең өсөн ул икмәк тә, аш та ине. Иптәш ҡыҙҙар менән бөтәһен дә эшләнек — утаныҡ, күмдек, ҡаҙҙыҡ. Эшләгән өсөн иген бирҙеләр. Уны тирмәндә онға алмаштыра инем. Икмәк бешерергә өйрәндем. Аслыҡтың кәрәген бирҙек тигәндә генә, яланғаслыҡ үҙе хаҡында нығыраҡ һиҙҙерә башланы. Өҫтөбөҙгә кейергә кейем юҡ, һыуыҡ. Атайымдан ҡалған иҫке елән миңә мендәр ҙә, юрған да булды. Уның миңә нисек килеп эләккәнен хәтерләмәйем. Йоҡлағанда аҫтыбыҙға һалам түшәйбеҙ. Мейескә яғыр өсөн малайҙар менән бергә әҙ-мәҙ утын алып ҡайтабыҙ. Халыҡ, йәлләһә лә, ярҙам итмәне, ҡурҡты.
Бер саҡ урамда уйнап йөрөгәндә беҙҙең янға ирле-ҡатынлы икәү килеп туҡтаны ла: “Ошо ауылда бер етем ҡыҙ бар тип ишеттек, ул беҙгә бала ҡарарға кәрәк ине”, — тине. Үҙем менән таныштырҙым. Ҡатын: “Әйҙә, беҙгә. Һиңә күлдәк тегермен, ойоҡбаш бәйләп бирермен”, — тип күңелде йомшартты. Мин уларға эйәреп киттем дә барҙым. Ойоҡбаш, күлдәкте күргәнем юҡ, ниндәй була икән? Тик миңә бындай бәхет тәтемәне, кисен Сәмсиямал инәй килеп тә етте. “Һеҙ ҡыҙҙы кемдән һоранығыҙ? Кем рөхсәт итте? Ул баланы мин үҙемдә ышандырып ҡалдырҙым бит”, — тип туҙынды. Ҡаршылашһам да, кире ҡайтырға тура килде. Шулай итеп, яңы кейемдәр, туҡ тормош хыялымда ғына ҡалды.
Ә бер көндө Сөйәрмәткә һуҡыр әбейҙе алып килделәр. Ауыл халҡы урамға йыйылды. “Кем ҡарсыҡты Һеңрәнгә тиклем алып бара?” — тип һоранылар, тик бер кем дә ризалыҡ бирмәне. Һин алып бар ҙа һин алып бар, тип бер-береһен өгөтләй башланылар. Ә мин әбейҙе бик йәлләнем дә алып барырға ризалаштым. Күҙе бик ҡурҡыныс ине, бәләкәй баланың ризалығын ишеткәс, бөтә халыҡ шым булды, аптыраны. Ҡарсыҡты ҡулынан етәкләнем дә (ҡулдары һалҡын ине), ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Һеңрәнгә алып киттем. Унда бер нисә тапҡыр хәйер һорарға барғайным, шуға юлды беләм. Бер нәмәгә лә ҡарамай, әбейҙе үҙ урынына еткерҙем. Кешеләргә ҡарата изге, ныҡышмал булғанмын инде. Ҡайтҡас, Сәмсиямал инәй мине оҙаҡ итеп әрләһә лә, башҡа бер ҡайҙа ебәрмәһә лә, үҙемдән ҡәнәғәт инем.
Хәтеремдә, йомортҡа һатыр өсөн май айында күмәкләп Абдуллаға барҙыҡ. Быға тиклем бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәй инем, инәйҙең һәр һүҙен тыңланым, ҡушҡан эшен еренә еткереп башҡарҙым. Өсөнсө, дүртенсе кластарҙа, кейергә кейемем булмаһа ла, ҡабаттан йөрөп белем алдым. Уҡытыусы булыу өсөн уҡырға кәрәк — быны яҡшы белә инем.
Көн артынан көн үтте. Мин атай-әсәйемә хат яҙҙым. Килеп алыуҙарын үтендем. Ниһайәт, 1935 йылдың ҡышында әсәйем килеп алды. Ғүмеремдең иң бәхетле көнө шул булғандыр!
Нисек кенә булмаһын, атай-әсәй янында тыныс, рәхәт. Уҡыу теләге лә көслө, көн дә Белоретҡа йәйәүләп йөрөнөк. Аяҡта һаман да сабата. Өҫтөбөҙҙәге кейемдәр ҙә исем өсөн генә, йылыһы юҡ. Нисек ҡаты сирләп китмәгәнбеҙ. Шуға һаман да аптырайым.
Урта Төлмәйҙә кеше күп булды, барактар етешмәне. Бер бәләкәй генә бүлмәлә ике-өс ғаилә йәшәнек. Йән башына 300 грамм арыш оно ала инек. Күрше ауыл халҡы (Асы, Манышты, Бирҙеғол) беҙҙең хәлгә инде, һәр саҡ мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышты. Яланғаслыҡ янаһа ла, өҫтөбөҙҙәге кейем-һалымды аҙыҡҡа алыштырҙыҡ. Аслыҡ та көслө ине. Көн һайын барактан баракка йөрөп, мәйеттәрҙе йыйҙылар, мәрхүмдәрҙе бер юлы күпләп (бер тәүлектә күпме үлгән, бөтәһен бер соҡорға) күмделәр. Һуңынан беҙ бындай күренешкә күнегеп тә бөттөк, көн дә бер кешенең үлеүе беҙҙең өсөн ғәҙәти ине.
Мин 45 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Белоретҡа Ғәлиә исемле ҡыҙ менән бергә йөрөнөм. Аяҡта — сабата, өҫ-баш — ярым-яланғас. Төрлө хәлгә сыҙап, тырышырға тура килде. Ҡара урмандар аша йөрөп уҡыныҡ, бер нәмәнән дә ҡурҡманыҡ. Йәй буйы атайым менән мал көттөм. Сабата үреп, артыҡтарын һата инек. Ул ваҡытта радио, гәзит-журнал булмағас, бар ерҙә лә беҙҙәге кеүек ғүмер үткәрәләрҙер, тип уйлай инек. Ошондай ауыр хәлдә йәшәгәндә лә, атай-әсәйем беҙҙе иғтибарлы, тәртипле булырға, белем алырға өндәне, хәлдәренән килгәнсә уҡытырға тырышты.
Атайым һәр саҡ яҡшы эшләне. Ҡасаба етәкселәре уны өлгө итеп ҡуйыр булды, сөнки байлыҡ артынан ҡыуманы, хеҙмәткә тоғро ҡалды. “Халыҡ дошманы” исемен таҡһалар ҙа, халҡына йәнен-тәнен аямай бирелеп эшләне, алтын ҡуллы кеше ине.
1942 йылда үҙебеҙ кеүек сәйәси золом ҡорбанына — Әсҡәт Даян улы Янышевҡа кейәүгә сыҡтым. Шул уҡ йылда, кадрҙар етешмәү сәбәпле, балалар уҡыта башланым. Белорет педагогия училищеһына ситтән тороп уҡырға индем. Төрлө ауылдарҙа эшләнем, аҙаҡ Уҫманғәлегә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирергә ебәрҙеләр. Улар араһында беренсе класта ғына уҡып йөрөгөн буласаҡ премьер-министр Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов та бар ине. 1950 йылда Инйәр мәктәп-интернатына тәрбиәсе булып күстем. Эшемде 1978 йылда хаҡлы ялға киткәнгә ҡәҙәр дауам иттем.
Сәскән “емештәрем” үҫте... Күп уҡыусыларым ҙур кеше булып китте. Улар араһында уҡытыусылар, табиптар, офицерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре байтаҡ, — тип хәтирәләрен яңыртты әңгәмәсем.
Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы 1978 йылдан хаҡлы ялда. Эш осоронда күп тапҡыр маҡтау ҡағыҙҙарына, “Хеҙмәт ветераны”, “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалдарына лайыҡ булды. Әсҡәт Даян улы Янышев менән бәхетле тормош кисерҙе ул. Тормош иптәше лә ғүмер буйы балалар тәрбиәләне. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙеләр. Балалары юғары белемле. Ата-әсәләренә оҡшап тырыш, булдыҡлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙы яңғыҙы йәшәй, ире күптән гүр эйәһе инде.
Хөснийыһан Ғәтиәт ҡыҙының үткән ғүмере, иҫтәлектәре яҡшы кешеләр менән бәйләнгән. Ғүмер сәғәте шәберәк һуҡҡан һайын, Хөснийыһан Янышева үҙен тағы ла бәхетлерәк тоя. .
Нурулла МИҺРАНОВ
яҙып алды.
Белорет районы.


Вернуться назад