Һеҙгә аптырағандан мөрәжәғәт итәм. Улыма кисекмәҫтән ярҙам кәрәк! Биш кенә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡаты ауырый. Врачтар балалар церебраль фалижы тигән диагноз ҡуйҙы. Уның йәшендәге ҡыҙ һәм малайҙар йүгерешеп уйнай, шаяра. Ә Артем йөрөй ҙә, хатта үҙаллы ултыра ла алмай.
Балаңа ярҙам итә алмауҙан да ауыр хәл юҡ! Табиптарҙың әйтеүенсә, улымдың хәлен яҡшыртырға мөмкин. Әле ул дауа ала, массаж, рефлекс терапияһы саралары файҙаланыла, логопед шөғөлләнә. Әммә әллә ни алға китеш күҙәтелмәй. Ҡытайҙа 21 көн дауаланыу ғына һөҙөмтә бирҙе. Баланы һауыҡтырыу өсөн Ҡытай табиптарында икешәр ай буйына кәм тигәндә дүрт тапҡыр дауаланыу талап ителә. Бер тапҡыр барыу өсөн генә лә 328 мең һум аҡса кәрәк. Әгәр дауаламаһаҡ, баланың ғүмерлеккә атлай алыу һәләтенән мәхрүм, инвалид булып ҡаласағы көн кеүек асыҡ.
Артемды бер үҙем тәрбиәләйем, был тиклем ҡиммәтле дауаға аҡсам юҡ. Мәрхәмәтле кешеләргә мөрәжәғәт итәм: ярҙам итегеҙ, сәләмәтлеккә табан йәнә бер аҙым яһарға булышһағыҙ ине!
Улым Өфө ҡалаһының 1-се поликлиникаһы табиптарының күҙәтеүендә. Интернетта (Вконтакте http://vk.com / club 32877522) бөтә документтарҙы күрә һәм таныша алаһығыҙ. Телефоным: 8-917-47-100-39.
Хөрмәт һәм ышаныс менән
Елена КОРЗИНА.