Ҡотлайбыҙ!25.07.2012
Ҡотлайбыҙ!Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Әлмөхәмәтов Фән Ҡорбанғәле улы 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ул 1937 йылдың 25 июлендә ошо ауылда уңған ғаиләлә тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, әсәһе ике баланы яңғыҙ тәрбиәләй. Мәктәпте тамамлағандан һуң Фән Ҡорбанғәле улы Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлай, Әбйәлил районының Ташбулат ауылында клуб мөдире булып эшләй.
1959 йылда Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайта. Ҡатыны Фәриҙә Мәҡсүт ҡыҙы менән татыу ғаиләлә өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр, уларға юғары белем бирәләр, аяҡҡа баҫтыралар.
Фән Ҡорбанғәле улы — районда хөрмәт ҡаҙанған ихтирамлы кеше. Оҙаҡ ваҡыт Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауыл Советында эшләне, депутат итеп һайланды. Ул тормош тәжрибәһе, изгелеге, ғәҙеллеге, тырышлығы, белеме һөҙөмтәһендә ауылдаштары араһында лайыҡлы абруй, ихтирам менән файҙалана. 75 йәше тулған көндә уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Тормошонда ҡояшлы көндәр күберәк булһын, бәхет, һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар ташламаһын. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Ҡатыны Фәриҙә, балалары Венер, Урал, Флүрә һәм
ейән-ейәнсәрҙәре.


Вернуться назад