Бөйөк Болғарға сәйәхәт25.07.2012
Бөйөк Болғарға сәйәхәт21 августан 27 авгусҡа тиклем “Ғабдулла Туҡай” теплоходында Өфө—Сергеевка—Түбән Кама—Болғар — Ҡазан — Алабуға—Өфө маршруты менән Татарстандың халыҡ шағиры, күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Рәзил Вәлиев ижадына бағышланған, ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ “Болғарға сәйәхәт” ойошторола. Тәрән эстәлекле программала Рәзил Вәлиев, Филүс Ҡаһиров, Резеда Шәрәфиева, Фән Вәлиәхмәтов, Фәүҙәт Ғиләжев, Илһөйә Бәҙретдинова, Фәнир Ғәлимов, Венера һәм Марат Шәриповтар, Сулпан Ғафурйәнова, Альберт Салауатов, Нәзирә Яппарова, Илнур Ғәзизов, Фәнис Рәхмәтуллин, Миҙхәт Әбделмәнов һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.
Уникаль программала — көндәлек концерттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, ижади кисәләр, тарихи урындар буйынса экскурсиялар, һабантуй, балалар өсөн “Рамазан” мәҙрәсәһе, йәштәр өсөн дискотека һәм башҡа мәҙәни саралар буласаҡ.
Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ: Өфө, Ленин урамы, 56-сы йорт, 11-се бүлмә, “Рамазан” үҙәге, телефон: 8 (347) 272-72-86.
Күңелдәрҙә юйылмаҫлыҡ яҡты хәтирәләр ҡалдырасаҡ әкиәти сәфәргә — “Болғарға сәйәхәт”кә рәхим итегеҙ!


Вернуться назад