"Эшҡыуарлыҡ – заман талабы", "Рәсәйҙең киләсәге – бизнеста" тигән һүҙҙәр йыш яңғыраһа ла, ысынбарлыҡта йүнселлек өсөн камил шарттар хаҡында хыялланырға ғына ҡала: белгестәр билдәләүенсә, илдә үҙ эшеңде асыу һәм үҫтереү – ҡатмарлы мәсьәлә.
Кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил, "Эшлекле Рәсәй" Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһы рәйесе Борис Титов, "Бизнес-теләктәшлек" хәрәкәте рәйесе Яна Яковлева, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Элла Памфилова, Башҡортостан Республикаһының көс структуралары, власть органдары вәкилдәре, бизнес-мөхит ағзалары ҡатнашлығында үткән Йәмәғәтселек советы ултырышында ла ошо фекер яңғыраны. Рәсәйҙә бизнесты үҫтереүҙе тотҡарлаусы административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлауҙа дәүләт органдары менән хеҙмәттәшлек итеү, илдә инвестиция ылыҡтырырлыҡ шарттар булдырыу – ошо көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итмәйенсә тороп, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкин түгел, тине Йәмәғәтселек советы ағзалары.
Хәйер, абруйлы ҡунаҡтар Башҡортостандың баш ҡалаһына фекер алышыу өсөн генә килмәгәйне: "Бизнес коррупцияға ҡаршы" йәмәғәтселек процедуралары үҙәгенең Өфөлә ойошторолған күсмә советы аныҡ эштәргә арналды. Үҙәк белгестәре әйтеүенсә, Башҡортостан эшҡыуарҙары уларға айырыуса йыш мөрәжәғәт итә, хоҡуҡтары боҙолоуын, рейдерлыҡ һәм коррупция проблемаһының бизнесҡа аяҡ салыуын билдәләй. Сарала дүрт осраҡ тикшерелде, уларға белгестәр тарафынан һәр яҡлап баһа бирелде.
Г. РӘСҮЛЕВА.