Рәсәй Автомобиль хужалары федерацияһының Башҡортостандағы вәкилдәре Өфөлә юл рейдтары үткәрә. Тәүге сара кисә булды.
— Рейдтар юлдағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлауға, уның хәүефһеҙлек талаптарына ярашлылығын тикшереүгә йүнәлтелә. Соҡор-саҡыр, рельс, ҡоҙоҡтарҙан тыш, юл билдәләрен, светофорҙарҙы ҡуйыуҙың дөрөҫмө-түгелме икәнлеге лә асыҡланасаҡ, — тине Федерацияның Башҡортостандағы вәкиле Линар Хәбирйәнов.
Өфө юлдарын комплекслы тикшереүҙә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Юл шарттарының талаптарға яуап бирмәүе тураһындағы мәғлүмәтте, аныҡ адресты күрһәтеп, фотолар беркетеп,
[email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Рейдтар Инорс менән Черниковканан башланды. Ул баш ҡаланың төрлө биҫтәләрендә өс көн дауам итәсәк. Сараға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә саҡырылды. Улар акт төҙөйәсәк, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмә бирәсәк.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.