Башҡортостанда башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуы киң таралған енәйәттәр иҫәбенә инә. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева ошо хаҡта хәбәр итте.
— Тәүге ярты йыллыҡта был йәһәттән 28 эш ҡуҙғатылды һәм ҡаралды, — тине ул. — Дәүләт органдары менән хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың конкуренцияны сикләгән килешеүҙәрен йәки ғәмәлдәрен асыҡлау, уларға юл ҡуймау — монополияға ҡаршы орган эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ярты йыл эсендә уларға ҡағылышлы алты эш ҡуҙғатылған. Сауҙалашыуға талаптарҙың үтәлешенә контроль буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән быйылғы алты ай эсендә ун эш ҡаралған. Асыҡланыуынса, сауҙалашыуҙа ҡатнашыу хоҡуғын нигеҙһеҙ сикләү — закон боҙоуҙың төп төрө.
Л. ФӘРИТОВА.