Зыян күргәндәргә ярҙам24.07.2012
Быйыл 18 июлдә Өфөнөң Коммунистик урамындағы шәхси йорттарҙа сыҡҡан янғындан зыян күргән ғаиләләр ҡаланың оператив фондынан ваҡытлыса торлаҡ һәм бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам аласаҡ. Баш ҡала етәксеһе Ирек Ялалов улар менән осрашыу барышында ошондай күрһәтмә бирҙе.

18 июлдә Өфөләге янғын һөҙөмтәһендә ике ағас йорт, ике ихата ҡаралтыһы тулыһынса янып бөттө, тағы ла бер йорт зыян күрҙе. Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, янғын Арал урамындағы ике фатирлы йорттан башланған. Ел сығыу һөҙөмтәһендә ут күрше йорттарға һәм ҡаралтыларға күскән. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында ҡорбандар юҡ.
19 июлдә Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов биләмәне ҡарап сыҡты, бәләгә тарығандар менән аралашты. Ошонда уҡ тейешле хеҙмәттәргә, Ленин районы хакимиәтенә ғаиләләргә ваҡытлыса торлаҡ һәм матди ярҙам бүлеү тураһында күрһәтмә бирелде.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад