Күптәрҙе донъя иҡтисады борсомай ҡалмай. Беҙ бөгөн шундай шарттарҙа йәшәйбеҙ, илдәр был йәһәттән бер-береһенә бик тығыҙ бәйләнгән. Улар араһындағы алыш-биреш, һәр береһенең тотҡан урыны халыҡтарҙың көнкүрешенә туранан-тура йоғонто яһай, күпмелер кимәлдә иҡтисади ғына түгел, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын да уртаҡ итә. Шуға Европа илдәрен ялмап ала барған иҡтисади көрсөккә битараф ҡала алмайбыҙ. “Донъя иҡтисади көрсөгө тағы ҡабатланырмы?” Күңелдәрҙе өйкәгән ошо һәм башҡа һорауҙар менән иҡтисад фәндәре докторы Вил НОСРАТУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек.
— Вил Ҡасим улы, бөгөн күп сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар араһында донъя иҡтисади көрсөгөнөң ҡабатланыуы тураһында бәхәс тынмай. Тәүгеһенән әллә ни алыҫ та китмәнек шикелле, 2008 йыл артта ҡалып, эҙемтәләре бөтөп тә өлгөрмәгән. Һеҙҙеңсә, көрсөктөң ҡабатланыуы, хатта тәүгеһенән дә нығыраҡ булыуы мөмкинме?
— Күп белгестәрҙең фекеренсә, донъя иҡтисади көрсөгөнөң ҡабатланыуы бик ихтимал. Теләһә ҡайһы ваҡытта — көн, ай, йыл — булыуы мөмкин.
— Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан иҡтисадына ул ҡайһы яғы менән килеп инер һәм үҙен нығыраҡ һиҙҙерер?
— Донъяның иҡтисади баҙарында ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың мөһим өлөшөн нефть һәм газ комплексы акциялары тәшкил итә. Улар шул тиклем ҡабартылған, башҡа акциялар һымаҡ, хаҡтары төшәсәк. Шуға ла нефть, газ компанияларының килеме кәмейәсәк, тимәк, дәүләт бюджетына ла аҡса аҙыраҡ инәсәк. Шулай итеп, бюджеттың тотоноласаҡ өлкәһендә ауырлыҡтар башланасаҡ. Дефицит барлыҡҡа килгәс, күп өлкәләрҙә дәүләттең үҙ халҡы алдындағы бурысын үтәй алмауы ихтимал. Шул иҫәпкә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы, пенсиялар, аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн ҡаралған төрлө пособиелар һәм башҡа шундай йөкләмәләр инә.
Һәр иҡтисади көрсөк инфляцияға килтерә. Тимәк, граждандарҙың килеме түбәнәйәсәк. Билдәле, быларҙың барыһы ла илдең социаль-иҡтисади хәленең тотороҡлолоғона, кешеләрҙең йәшәйешенә кире йоғонто яһаясаҡ.
Башҡортостан иҡтисады Рәсәйҙең бер өлөшөн тәшкил итә, тимәк, Рәсәйҙе ни көтһә, беҙҙә лә шул буласаҡ.
— Бындай хәл килеп тыуһа, халыҡҡа ни эшләргә? Көрсөктөң эҙемтәләрен нисегерәк һиҙелмәҫлек итеп үткәреп ебәрергә, йәшәйешебеҙҙе ошондай шарттарҙа ла еңеләйтергә тырышырға?
— Был мәсьәләне төрлө категорияларға ҡарап бүлеү мөһим. Әгәр ҙә беҙ халыҡтың киң ҡатламын, йәғни эш хаҡынан эш хаҡына ғына йәшәгәндәрҙе алһаҡ, уларға көрсөккә ныҡлабыраҡ, әүҙемерәк әҙерләнеү буйынса кәңәш биреүе ауыр. Шулай ҙа баҡсаңда еләк-емеш үҫтереү, яйлап шәкәр һәм башҡа шундай тиҙ генә боҙолмаусан аҙыҡ-түлек алып ҡуйыу хәйерле. Әгәр ҙә кешенең йыйған капиталы булһа, уларҙы активҡа әйләндерергә мөмкин. Аҡсалата килемде ышаныслы банкка һалырға кәрәк. Миҫалға, Һаҡлыҡ банкы тим, сөнки уның халыҡ алдындағы йөкләмәһе дәүләт тарафынан гарантияланған. Хәллерәк кешеләргә аҡсаларын бер нисә төрлө активҡа күсереп, ҡиммәтле ҡағыҙҙар алырға кәңәш ителә. Мәҫәлән, төрлө компанияларҙыҡын. Аҡсаны төрлө илдең валютаһына әйләндереү ҙә үҙенсә һаҡланыу сараһы булып тора һәм башҡалар.
Эшҡыуарҙарға, билдәле, үҙҙәренең финанс-иҡтисади хәлен баланслау яғын ҡарарға кәрәк: валюта үҙ хаҡын һаҡлаған саҡта йәһәтерәк кредит һәм дебитор бурыстарҙы ҡаплау, валюта һәм матди запасты тулыландырыу...
Рәсәй Хөкүмәте көрсөккә күптән әҙер булырға тейеш ине. Иң беренсе иҡтисадты сеймал сығанағына ғына көйләүҙән баш тартыу бурысы тора. Башҡортостан Хөкүмәтенә, әлбиттә, Федераль үҙәк сиктәренән сығып үҙаллы эш итеүе ауыр. Шулай ҙа, минеңсә, үҙгәртеп ҡороу осорондағы генераль йүнәлештән тайпылмайынса барыу мөһим: халыҡтың социаль мәнфәғәттәрен яҡлау, төрлө йүнәлештәге етештереү тармағын үҫтереү (тәү сиратта был эшкәртеү сәнәғәтенә ҡағыла), социаль һәм етештереү структураһын, эш урындарын һаҡлау. Ғөмүмән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, кешеләрҙең көнкүреш, эш шарттарын яҡшыртырға кәрәк. Халыҡтың үҙенә лә көрсөк тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Киреһенсә, тырышып эшләп, матди яҡтан ауырлыҡ кисергәндә лә, яҡшыға өмөт итеп йәшәү зарур.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.