Уҙған быуаттың ҡанлы утыҙ етенсе йылында тыуған, Хоҙай Тәғәлә ғүмер биреп ошо көндәргә хәтле йәшәргә насип иткән кешеләр һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлай. Бала саҡтарынан ауыр һуғыш заманының аслығын татыған, аҡыл һәм рухи ҡиммәттәрҙе ғүмерҙәре буйы туплаған замандаштарыбыҙға һоҡланып, дан йырлағы килә.
Йәмғиәтебеҙ замандың төрлө яман сирҙәренән тонсоғорҙай булып йонсоғанда, һәр ауылдың йөҙөн билдәләгән, яҡташтарын иманға, яҡшылыҡҡа саҡырған, хеҙмәттә лә, тормошта ла уларға үрнәк булып йәшәгән ғаиләләр, Аллаға шөкөр, бар әле.
Шундай ғаиләләрҙең береһе — Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында көн итеүсе Фәриҙә менән Фән Әлмөхәмәтовтар. Фән Ҡорбанғәле улы, атаһы һуғыш яланында һәләк булып ҡалғас, һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ заманда әсәһенең тормошон еңеләйтеү өсөн белем алырға ашҡынып, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында (хәҙер “Мәҙәниәт техникумы”) уҡып ҡайта ла сибәрҙәрҙән-сибәр ауылдашы Фәриҙәгә өйләнә. Бер-бер артлы донъяға килгән Винер, Фәнил, Урал һәм ҡыҙҙары Флүрәне ҡәҙерләп үҫтерәләр, әсәһен һуңғы сәғәттәренә тиклем ҡарайҙар.
Фән Ҡорбанғәле улы ауыл Советында секретарь, соцстрах агенты булып эшләп, намыҫлы хеҙмәте менән районда билдәле шәхес дәрәжәһенә күтәрелеп, хаҡлы ялға сыға. Фәриҙә Мәҡсүт ҡыҙы ла, оҙаҡ йылдар ауыл медпунктында эшләп, ауылдаштарының ихтирамын яулай.
Улар ғүмер буйы йорт янындағы баҡсала йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнә, һатып алыусыларҙы кинәндереп, байтаҡ табышҡа эйә була. Фән Ҡорбанғәле улының был өлкәлә фән кандидаты кимәлендә белеме булһа ла, диссертация ғына яҡламаған. Ул күп йылдар инде “Башҡортостан” гәзитен алдыра, ҙур ғына китапхана туплаған. Хәҙер улар ейән-ейәнсәрҙәренә олатай-өләсәй булып, уларҙың һөйөнөстәренә шатланып, байрамдары һайын (күптән түгел бергә йәшәүҙәренә 50 йыл булғайны) бәләкәстәрен — алыҫ Бүрәт Республикаһынан ҡайтасаҡ Уралды, Сорғот ҡалаһынан ҡыҙҙары Флүрәне көтөп йәшәй.
Ошо көндәрҙә Фән Ҡорбанғәле улына 75 йәш тула. Арҙаҡлы ил ағаһына артабан да ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм ғаилә бәхете насип булһын.
Кәрим СӘЛИМОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.