Беҙ, Учалы районы мосолмандары, Манһыр ауылы зыяратында ерләнгән Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә йыл һайын икешәр, өсәр ҡабат барып торабыҙ.
Ҡайһы ваҡытта ҡәбер янына барып етеү өсөн оҙон сират барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, бер барыуыбыҙҙа беҙҙән алда төрлө төбәктәрҙән килгән 15 автобус тора ине. Ҡәбер янына барырға оҙаҡ ҡына сират көттөк.
Манһыр ауылы, кескәй генә булһа ла, даны йыраҡтарға таралған. Әүлиәгә килгән ҡунаҡтарға уңайлы шарттар булдырыу өсөн гәзит аша тәҡдимдәребеҙҙе әйтеп китке килә.
Иң беренсе һәйбәт юл кәрәк. Фәйзулла ауылы аша һигеҙ саҡрым тау битенән барған юл уңайһыҙ, ҙур автобустар ул юлдан бара алмай. Ҡунаҡтарҙың күбеһе Сибай аша килә. Манһыр ауылынан туп-тура Сибай — Баймаҡ юлына сығыу өсөн юл төҙөгәндә яҡшы булыр ине, уның сатында заманса сауҙа үҙәге ойошторорға мөмкин.
Манһырҙы иҫке ҡаралтыларҙан, емерелеп бөткән фермаларҙан таҙартырға, Урғаҙа аша ябай ғына булһа ла күпер һалырға кәрәк. Йылға аша Манһырға сыҡмаҫ элек, йыраҡтан арып-талып, әллә нисә сәғәт килгән халыҡ ял итеп, ашап-эсеп, тәһәрәт алһын өсөн уңайлыраҡ шарттар булһын ине. Сөнки тәһәрәтһеҙ зыяратҡа кереүҙе, әүлиә ҡәберенә килеүҙе шәриғәт ҡәтғи тыя. Ҡорбан мәжлесе ойоштороусылар ҙа була, шуға ямғыр-елдән ышыҡлаусы япма кәрәк.
Хәҙрәттең музейынан алып зыяратҡа ҡәҙәр юл һәм машиналар өсөн майҙан кәрәк. Йорт-музейға иғтибар етмәй, эсе ҡараңғы, ихатаны сүп үләне баҫҡан, тар ғына һуҡмаҡ унда үтеү өсөн уңайһыҙ. Музейға ҡаршы йылғаның икенсе яғында Әүлиә шишмәһе бар, шунан күп халыҡ һыу алып китә, ләкин йылға аша бер генә таҡта һалынған, һелкенеп-бәүелеп тора, тотоноп сығырға кәртәһе лә юҡ.
Баймаҡ районы хакимиәтенә мәсет өсөн мосолмандар исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе әйтке килә, уларҙың хәстәрлеге менән боронғо мәсет тергеҙелгән. Ошо мәсеттә намаҙ уҡып сыҡҡас, Учалы районының Ахун ауылынан килгән оло ғына абыстайҙың һүҙҙәрен иҫкә алғы килә. “Үҙ өйөмдә намаҙҙы ауырлыҡ менән уҡыйым, билем ауырта, аяғым насар бөгөлә, был мәсеттә нисек итеп намаҙ уҡырмын икән, тип мәсеткә керҙем. Үҙем дә аптыраным, мәсеттә намаҙҙы шул хәтлем еңел уҡыным, билем дә ауыртманы, аяғым да еңел бөгөлә. Бында Мөжәүир хәҙрәттең илаһи көсө барҙыр, ахырыһы”.
Булыуы ла ихтимал, сөнки элекке мәсет ошо нигеҙҙә булған, ә Мөжәүир хәҙрәт һәр ваҡыт мәсеттә намаҙ уҡыған.
Ҡайһы бер кешеләр, Манһыр мәсетенә имам кәрәк, ти. Был урынһыҙ тәҡдим тип уйлайым. Намаҙ ваҡытында мәсет асыҡ ҡына булһын, намаҙ уҡырға кергән мосолмандар, үҙ араларынан берәүҙе имам итеп һайлай ала. Әгәр имам булырҙай кеше юҡ икән, һәр кем намаҙҙы үҙ алдына уҡый ала.
Исмәғил хәҙрәт ХӘКИМ.
Учалы ҡалаһы.