Илем, телем тип йәшәне24.07.2012
Башҡорттар — бик бәхетле халыҡ. Үткән замандарҙа сит-яттарҙың йәбер-золомона дусар булһа ла, намыҫын, кешелек дәрәжәһен, ҡәүемдәр араһында дәүләтселеген, милләтен һаҡлап ҡала алған. Ул ғына ла түгел, йәшәйештең күп өлкәләрендә ҙур үрҙәр яулаған. Әммә үтә лә ябайлығы, башҡалар араһында үҙен кәм тойоуы арҡаһындалыр, моғайын, йән һыҡратҡыс мәлдәр кисереп, биниһая мәхрүмлектәргә юлыҡҡан, күп ғәҙелһеҙлектәрҙе күреп, йәне әрнегән. Минеңсә, беҙҙең иң төп сиребеҙ — битарафлыҡ. Үҙебеҙҙе күрһәтә белмәү (хатта бөтөн донъя күләмендә һәм кимәлендә!). Был йәһәттән бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев киҫәтеп торған кеүек тә бит: “Башҡорт үҙе хаҡында үҙе һөйләмәһә, уны кем һөйләр ине...”

Һүҙем ябай кеше һәм күренекле ғалим Нәжиб Харис улы Уразов тураһында. Ул 1911 йылдың 1 мартында Ейәнсура районының Ураҙ ауылында (хәҙерге Байыш) мөғәллим ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Харис Хаммат улы 1917 йылда ауылда тәүге белем усағына нигеҙ һала һәм уның беренсе уҡытыусыһы була. Нәжиб, атаһы ҡулында дүрт йыл уҡып, 1923 йылда башланғыс мәктәпте тамамлай һәм ошо уҡ йылда Мөхәмәҙиәрҙәге Коммунистик йәштәр мәктәбенә (ШКМ) инә. Артабан Көйөргәҙеләге ауыл хужалығы техникумының әҙерлек бүлегенә бара, ләкин уны, ябай ауыл малайын, урыҫса белмәйһең тип, уҡырға алмайҙар. Ул ҡайтып китмәй, ошонда уҡ, ялланып, төрлө эш башҡара, ат ҡарай, урыҫ малайҙары менән аралашып, ярайһы ғына телде өйрәнә. 1927 йылда комсомол сафына инә, 1928 йылда техникумды тамамлап, ауылына ҡайта. Тәүҙә Биштирәктәге “Ҡыҙыл таш” колхозында, аҙаҡ үҙ ауылындағы колхозда хисапсы булып эшләй. Әммә артабан белем алыу теләге уға тынғы бирмәй, һәм ул ошо ниәт менән 1930 йылда Үзбәкстандың Китаб ҡалаһына юллана. Бында ла уны ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар, күп ыҙа-этлек күрә, көтөүсе лә, һатыусы ла була. Төрлө ойошмаларҙа эшләй, комсомол хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. 1931 йылда комсомол путевкаһы буйынса Ташкенттағы Урта Азия дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә. 1935 йылда уны уңышлы тамамлағас, ошонда уҡ ассистент итеп ҡалдыралар. Ике йыл эшләгәндән һуң, 1937 йылда, Мәскәүҙәге Г.В. Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институтының аспирантураһына ҡабул ителә. Конкурс бик ҙур була. Өс урынға 27 кеше дәғүә итә. Институтта алған төплө белеме, ике йыл эшләү дәүерендәге тәжрибәһе һәм тырышлығы арҡаһында Нәжиб Уразов конкурстан үтә һәм күренекле профессор Н.А. Архангельский етәкселегендә аспирантурала уҡый башлай. Фәнни эҙләнеүҙәр, тынғыһыҙ баш ҡала тормошо менән өс йыл үтеп тә китә. 1940 йылда аспирантураны тамамлап, шул уҡ йылдың октябрендә диссертацияһын уңышлы яҡлай. Шулай итеп, 29 йәшендә Нәжиб Харис улы беҙҙең төбәктән иң тәүгеләрҙән булып техник фәндәр кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә була.
1939 йылда Мәскәүҙә, аспирант сағында уҡ, уның “Кизе-мамыҡ әйберҙәрен өйрәнеү” исемле тәүге китабы сыға. Нәжиб ағайҙы мин тәү башлап 1940 йылда тыуған ауылы Байышҡа ҡайтҡан сағында күрҙем. Ул саҡта V класта уҡый инем, шул иҫтә ҡалған: ул мәктәпкә килеп, уҡыусылар, уҡытыусылар менән осрашты, Мәскәү тураһында һөйләне, тырышып уҡырға, тәртипле булырға өндәне...
1941 йылдың авгусынан ул — Ташкент туҡыу институты ассистенты, 1943 йылда доцент һәм кафедра мөдире итеп һайлана. Уның фәнни эшмәкәрлегенең төп эстәлеге булып туҡымаларҙың төҙөлөшө һәм уларҙы проектлау мәсьәләләре була. Фәндең ошо өлкәһенә ул ғүмеренең 50 йылын арнай.
1965 — 1970 йылдарҙа Нәжиб Харис улы Бөтә Союз туҡыу сәнәғәте институтының Ташкент филиалы директоры булып эшләй. Ошо осорҙа докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, техник фәндәр докторы дәрәжәһенә эйә була.
Үҙе эшләгән фән өлкәһендә профессор Уразов бик күп мәҡәләләр баҫтыра, вуздар өсөн туғыҙ дәреслек һәм монография яҙа, уйлап табыуға өс авторлыҡ танытмаһы ала. Бынан тыш, гәзит-журналдарҙа төрлө мәҡәләләр менән сығыш яһай, күп кенә Бөтә Союз һәм Халыҡ-ара фәнни конференцияларҙа ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Нәжиб Уразов эшләгән ғалимдар төркөмөнә хәрби парашюттың куполы өсөн яҡшы сифатлы туҡыма проектлау заданиеһы бирелә. Төркөм был яуаплы бурысты намыҫ менән үтәй һәм коллектив Сталин премияһына (һуңынан СССР Дәүләт премияһы) тәҡдим ителә, ләкин ғәҙелһеҙлек арҡаһында Нәжиб Харис улы исемлектән төшөрөп ҡалдырыла. “Уның өсөн бик үкенеп бармайым, иң мөһиме — яуыз дошманды еңеүҙә минең дә өлөшөм булыуына шатланам, сөнки үҙем теләп фронтҡа оҙатылырҙан алда ғына туҡымалар өлкәһендәге белгес икәнемде белеп, бронь менән тылда ҡалдырғайнылар”, — ти ул.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла Нәжиб Харис улы үҙе һайлаған һөнәр буйынса арымай-талмай эшләне. Юбилейы уңайы менән Мәскәү институттарының береһенән килгән ҡотлауҙа ошондай юлдар бар ине: “...Беҙ Һеҙҙе туҡыу, сәнәғәтте туҡыу материалдарының төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү өлкәһендә Советтар Союзының иң күренекле ғалимдарының береһе, үҙенең төп эшмәкәрлеген изге бурысты үтәүгә — Урта Азия республикалары өсөн туҡыу һөнәре буйынса кадрҙар әҙерләүгә арнаған кеше булараҡ беләбеҙ. Һеҙҙең етәкселектә күп фән кандидаттары һәм докторҙары әҙерләнде...”
Нәжиб Харис улының ғаилә ағзалары ла бик тырыш, уңған. Ҡатыны Нәжиә Арыҫлан ҡыҙы белеме буйынса иҡтисадсы, заманында Ташкент кондитер комбинаты, сауҙа институты директоры булып эшләне. Ҡыҙы Флүрә Мәскәү сит телдәр институтын уңышлы тамамлағандан һуң Үзбәкстан фәндәр академияһына саҡырылды. Ейәне Сурат туҡыу институтының бер юлы ике факультетын, унан һуң аспирантура бөтөрөп, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы.
Абруйлы ғалим булыу менән бер рәттән, Нәжиб ағай тыуған илен, туған телен ифрат яратҡан бик ябай, кеселекле, кешелекле зат ине. Һәр хатын “илде, һеҙҙе һағынып сәләм ебәреүсе Нәжиб ағайығыҙ” тип тамамлар ине. Тыуған ауылы менән бәйләнештә булды, мәктәптә уның байтаҡ китабы һаҡлана. Белем усағының юбилейына ҡайтып, саф башҡортса һөйләшеп, ауылдаштары менән аралашып, улар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырып китте.
Миңә уның менән байтаҡ йылдар аралашыу, хәбәрләшеү, 1991 йылдың мартында 80 йәшлек юбилейында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Үзбәкстан кешеләре, Ташкент ҡалаһы йәмәғәтселеге даирәһендә абруй ҡаҙаныуын үҙ күҙҙәрем менән күреп, ауылыбыҙҙан ошондай оло шәхес сығыуына сикһеҙ ғорурланып ҡайттым...
Булат АҠМАНОВ,
БР Журналистар союзы ағзаһы.
Ейәнсура районы,
Иҙелбәк ауылы.


Вернуться назад