Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районындағы һабантуйҙа: “Баймаҡ районы — республиканың иң ҙур һәм бик көслө төбәге, уның киләсәге өмөтлө. Быны иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Бөгөн райондың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары үҫеш кисерә, был иһә ҙур өмөт уята. Баймаҡтар, һәр саҡ шулай эшләгеҙ!” — тип белдергәйне.
Рөстәм Зәки улының йөрәк түренән сыҡҡан был һүҙен халыҡ бик йылы ҡабул итте. Бының менән республика етәксеһе район хакимиәтенең төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереүҙәге хеҙмәтен юғары баһаланы һәм Баймаҡтың Башҡортостан иҡтисадында лайыҡлы урын биләүен айырым билдәләне. Был бигерәк тә беҙҙең, барлыҡ ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған һәм уның яҙмышы өсөн янып-көйгән ветерандарҙың, күңеленә ҡыуаныс өҫтәне, тыуған еребеҙҙең яҡты киләсәгенә өмөт уятты.
Республикалағы, шул иҫәптән беҙҙең райондағы, ыңғай үҙгәрештәрҙе, халыҡ мәнфәғәтендә башҡарылған эштәрҙе күреп бик ҡыуанабыҙ. Рөстәм Зәки улы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә “Власть — халыҡ өсөн”, “Власть халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейеш” тип юҡҡа ғына әйтмәй. Быны беҙ көндәлек тормошта күрәбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: Президентыбыҙ Р.З. Хәмитовтың аныҡ һәм төплө сәйәсәте арҡаһында бөгөн Башҡортостан яңы үҫеш юлына баҫты. Айырыуса һуңғы йылдарҙа бығаса үгәйһетелеп килгән Урал аръяғы төбәгенә иғтибарҙың артыуына ҡыуанабыҙ. Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын ҡабул итеү һәм маҡсатлы тормошҡа ашырыу тап шул хаҡта һөйләй. Бөгөн, ошо программаға ярашлы, беҙҙең районда ғәйәт ҙур эш башҡарыла, яңы етештереү предприятиелары асыла, үҙенсәлекле проекттарға нигеҙ һалына.
Былтыр И.Х. Ситдиҡовтың район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеүен район халҡы ҡыуанып ҡаршы алды. Илшат Хәмит улын беҙ, ветерандар, йәш сағынан, хужалыҡтарҙа төрлө вазифала янып-көйөп эшләп йөрөгән ваҡытынан беләбеҙ. Ул быға ҡәҙәр ҙә район етәксеһе вазифаһын башҡарғанда социаль-иҡтисади тормошто үҫтереүгә күп көс һалғайны. Әлбиттә, тәжрибәле етәксе иңенә был юлы ғәйәт ҙур проблемаларҙы йырып сығыу бурысы йөкмәтелде, сөнки һуңғы тиҫтә йылда Баймаҡ районы барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла тиерлек артта ҡалды.
Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы осорҙа ғына ла беҙҙә күп үҙгәрештәр булды. Ҡеүәтле ит комбинаты файҙаланыуға тапшырылды, әле Темәс ауылында инвестор ярҙамы менән һөт эшкәртеү комбинаты төҙөлә, Бетерә ауылында ағас эшкәртеү предприятиеһы, Икенсе Этҡолда пеллет етештереү буйынса эш алып барыла. Ҡыҫҡаһы, ҡала һәм район төҙөлөш майҙансығына әүерелеп бара: әле ҡалала ике балалар баҡсаһы, ике торлаҡ йорт, Ҡуянтауҙа өр-яңы мәктәп төҙөлә. Юлдарға асфальт түшәлә, торлаҡ-коммуналь хужалығы яңырыу кисерә, яңы биҫтәләр, урамдар барлыҡҡа килә, торлаҡ төҙөлөшө киң үҫеш ала. Баймаҡта төҙөлгән Көньяҡ биҫтәһе үҙе бер ҙур ҡасабаға әүерелә. Әле уның инженер инфраструктураһын үҫтереү йүнәлешендә эштәр алып барыла.
Ауыл хужалығына килгәндә, быйыл республика етәкселеге хәстәрлеге менән яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә Башҡортостан бюджетынан 51 миллион һум аҡса бүленде. Был иһә ҙур ярҙам булды, иртәгәһе көнгә өмөт уятты. Күлтабан ауылында 1280 башҡа иҫәпләнгән мегаферма төҙөлөшөнөң аҙағына яҡынлашыуы, быйыл унда тоҡомло мал индереләсәге малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә етди аҙым булып тора.
Башҡортостан Президентының Указы менән 2013 йылда Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығы һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығы киң билдәләнәсәк. Был сараны лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн бөгөн киң эш йәйелдерелгән.
Төбәктә инвестициялар йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Бөгөн эре эшҡыуарҙар ярҙамында яңы предприятиелар асыла, бәғзеләренә нигеҙ һалына.
Халыҡты социаль яҡлау сәйәсәте лә уңышлы тормошҡа ашырыла. Төрлө программалар эшләй, уларҙы бойомға ашырыуға дәүләт ҙур ярҙам бүлә. Шуныһы һөйөнөслө: уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙең күпләп ауылға, ҡалаға эшкә ҡайтыуы күҙәтелә.
Ветерандар ҙа онотолмай, район етәкселеге улар менән даими осраша, проблемалары менән ҡыҙыҡһынып, ваҡытында хәл итергә тырыша. Беҙ ҙә район етәкселегенә үҙебеҙҙең кәңәштәребеҙҙе, фекерҙәребеҙҙе еткереп торабыҙ.
Ҡыҫҡаһы, Урал аръяғы, шул иҫәптән беҙҙең район, Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәтенең ныҡлы ярҙамы, даими хәстәрлеге, район хакимиәтенең маҡсатлы эше арҡаһында яңы үҫеш юлына аяҡ баҫты. Был беҙҙә тыуған төбәгебеҙҙең яҡты киләсәгенә ныҡлы өмөт уята. Баймаҡтар иһә республикабыҙ етәкселегенең ышанысын үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән аҡлар тип ышанабыҙ.
Фрунзе ИСРАФИЛОВ,
хеҙмәт ветераны;
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
“Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы.