Был сараны үҙендә үткәреү өсөн Өфөгә Владивосток һәм Санкт-Петербург менән ярышырға тура килде. Әммә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй философтар йәмғиәте президиумына хат менән мөрәжәғәт итеүе, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Б. Ғәлимовтың төплө сығышы конгреста ҡатнашыусыларҙы төбәгебеҙҙең баш ҡалаһын һайларға мәжбүр итте. Әйткәндәй, конгресс милли республикаларҙың береһендә тәүгә үткәрелә.
Рәсәй философтарының вәкиллекле йыйынында Башҡортостан үҙен лайыҡлы күрһәтте. Конгресс материалдарында 90 автор телгә алынды, 30 кеше уның эшендә ҡатнашты, төп секцияларға республикабыҙҙан дүрт ғалим етәкселек итте.
Сарала беренсе тапҡыр Рәсәй төбәктәренең береһендә, атап әйткәндә Башҡортостан Республикаһында, философияны үҫтереү буйынса махсус ултырыш булды.
Абруйлы йыйынды Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеү республикабыҙҙағы философия мәктәптәренең, фән һәм мәҙәниәттең үҫеш дәрәжәһен сағылдыра. Шуға күрә киләһе өс йылға Өфө Рәсәйҙең “философик баш ҡалаһы”на әүереләсәк.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.