Фажиғә республиканы тетрәтте21.07.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлехановҡа телеграмма ебәрҙе. Унда ул, Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың фажиғәле һәләк булыуы сәбәпле, туғандары һәм яҡындарының, Татарстандағы барлыҡ мосолман өммәтенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

“Ул дини һәм тарихи хеҙмәттәр авторы, әүҙем публицист һәм исламды популярлаштырыусы, экстремизмға ҡаршы аяуһыҙ көрәшсе булды. Вәлиулла хәҙрәт конфессия-ара татыулыҡты, дәүләт менән дини ойошмалар араһындағы тығыҙ хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индерҙе. Ҡот осҡос фажиғә тураһындағы хәбәр республикабыҙ халҡында ҙур тетрәнеү тыуҙырҙы. Яҡташыбыҙ, дини эшмәкәр һәм гуманист, изгелек һәм ғәҙеллек идеалдары менән йәшәгән остаз һәләк булды. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Ә хәҙрәт тәрбиәләгән кешеләр уның эшен дауам итер”, — тиелә телеграммала.


Вернуться назад