Йылғалар һайыға...21.07.2012
Йылғаларҙың йылдан-йыл һайығыуы халыҡты борсоуға һала. Элек ат йөҙҙөргән урындарҙың тәрәнлеге хәҙер “баш түбән торһаң, муйындан”. Өфөгә көньяҡтан ингән юл буйлап күпер аша үткәндә Ағиҙелдең ни тиклем мөшкөл хәлдә ҡалыуын күреп әсенәбеҙ: йылға уртаһында ҙур-ҙур утрауҙар барлыҡҡа килгән, һыу инерлек урын юҡ тиерлек. Ни сәбәп икән быға: йәйҙәрҙең ҡоро килеүе генәме, әллә?..

— Һыу кимәленең түбәнәйеүе мәсьәләһе быйыл айырыуса киҫкен. Хәлдең хатта 2010 йылдағынан да насарыраҡ булыуын билдәләргә мәжбүрбеҙ, — тине Президент Рөстәм Хәмитов республика биләмәһендә йылға транспортын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә. — Йылғаларҙы, ҡоролоҡтан тыш, һыу төбөнән ҡом һәм таш сығарыусылар һайыҡтыра. Шуныһы бәхәсһеҙ: уларҙың күбеһе лицензияһыҙ эш итә йәки 500 кубометрға ғына рөхсәт алып, миллиондарса тоннаны тейәп оҙата.
Республика башлығының әйтеүенсә, юл һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ҡом-таш сығарыу менән иркен шөғөлләнеүселәр бигерәк тә һуңғы йылдарҙа күбәйҙе, уларға ҡаршы прокуратура, экологтар ярҙамында көрәшеү, ҡаты сара күреү талап ителә. Мәсьәлә бик етди, сөнки тап ошондай енәйәтсел эшмәкәрлек арҡаһында йылғалар һайыға, ағышын үҙгәртә, ярҙар боҙола, йәшеллеккә лә ҙур зыян килә. Һыу транспортының, сәнәғәттең ҡайһы бер тармаҡтарының иҡтисади йәһәттән ниндәй юғалтыуҙар кисереүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Рөстәм Зәки улы судноларҙы яңыртыу мәсьәләһен дә әһәмиәтлеләр иҫәбендә билдәләне. “Уларҙың һаны түгел, ә сифаты мөһим. Иҫкеләрен һатыу иҫәбенә ҡалғандарын йүнәтергә, заман талаптарына яраҡлаштырырға була”, — тине ул.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад