Рөстәм Хәмитов йәш спортсылар менән осрашты21.07.2012
Быйыл Көньяҡ Кореяла 10 – 17 июлдә уҙған 46-сы Халыҡ-ара балалар уйындарында илле илдән ике меңдән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Программаға ете төр буйынса ярыштар индерелеп, ун ике – ун биш йәштәге 18 Башҡортостан вәкиле шуларҙың дүртәүһендә: теннис, йөҙөү, еңел атлетика һәм тхэквондола тиңдәштәре менән көсөргәнешле алышҡа сыҡты.

— Шундай ҙур кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Бигерәк тә миҙал яулағандар ҡыуандырҙы. Һәммәгеҙ ҙә булдыҡлы, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа.
Рөстәм Зәки улы балалар менән ихлас аралашты, ярыштарҙа нисек сығыш яһауҙары, ниндәй тәьҫораттар алыуы менән ҡыҙыҡһынды. Йәш спортсыларҙың, тренерҙарҙың һөйләүе буйынса, көс һынашыу бөтә төр бәйгелә лә еңел булмаған. Ҡайһы саҡ ямғырҙа ярышырға тура килгән, беренселеккә дәғүәселәр ҙә йәнтәслим алышҡан. Ләкин беҙҙекеләр бирешмәгән, сая ныҡышмалылыҡ, ихтыяр көсө күрһәтеп, еңеүгә ынтылған.
Белеүегеҙсә, 2013 йылдың февраль – мартында баш ҡалабыҙҙа VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары уҙасаҡ. Шуға күрә Көньяҡ Кореялағы йәйге ярыштарҙы ябыу тантанаһында Башҡортостан вәкиллегенә илдән илгә күскән Халыҡ-ара балалар уйындарының флагы тапшырылған.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ.


Вернуться назад