Йондоҙнамә. 23 — 29 июль21.07.2012
Юпитер Игеҙәктәр йондоҙлоғо тәңгәлендә булғанда, быға тиклем йыйған бар тәжрибәгеҙҙе лә туплап, һәр аҙымды үлсәп эш итергә кәрәк буласаҡ. Аҙнаның беренсе яртыһы көсөргәнешле булмаҡсы. Яңы бейеклектәр яулау, яңы киңлектәр асыу теләге менән янырһығыҙ, киң эшмәкәрлек йәйелдереп ебәрерһегеҙ. Шулай ҙа, ашыҡмағыҙ. Был осорҙа йәрәхәтләнеү ихтималлығы көслө. Ут, шартлатҡыс матдәләр, электр йыһаздары менән иғтибарлы булығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы иһә тыныс үтер. Күптәнге хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Аҙна аҙағына планлаштырған сәйәхәтегеҙ уңышлы буласаҡ.
ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).
Йортоғоҙҙа ремонт башларға йыйынһағыҙ, ҡурҡмайынса тотоноғоҙ. Эшегеҙ еңел барыр, ваҡытында тамамланыр. Эш хаҡы түбәнерәк булһа ла, сит илгә командировкалары йыш булған урын тәҡдим итәсәктәр. Юғалып ҡалмағыҙ.
БУҒА (21.04 — 21.05).
Тик ултырырға ваҡыт булмаҫ. Әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, отолмаҫһығыҙ. Атҡан уҡтарығыҙҙың барыһы ла сәпкә теймәһә лә, маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).
Был аҙна тормошоғоҙҙо үҙгәртеп ҡороу өсөн яраҡһыҙ. Ниндәйҙер мөһим аҙым эшләргә уйлағанһығыҙ икән, икенсе аҙнаға тиклем кисектереп тороғоҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).
Тәү сиратта үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ. Алға ҡуйылған маҡсаттар ни тиклем юғарыраҡ булһа, уларға ирешеүе лә рәхәтерәк. Һәр хәлдә, был осорҙа яҡындарығыҙҙың ихтирамын түҙемлек менән яуларһығыҙ.
АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).
Билдәле булыуынса, кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар. Был әйтемдән тайпылып, яңы танышҡан кешене шунда уҡ кире ҡағып маташмағыҙ. Уның һәйбәт хеҙмәткәр булып сығыуы ихтимал. Кемгәлер кәңәш биреү, өйрәтеүҙән баш тартығыҙ.
ҠЫҘ (24.08 — 23.09).
Айҙың һуңғы аҙнаһы һеҙҙең өсөн ваҡиғаларға ярлы буласаҡ. Шуға, эштәрегеҙҙе теүәлләп ҡуйһағыҙ, һәйбәт булыр. Ижад менән шөғөлләнһәгеҙ, әлеге осорҙа тыуған әҫәрҙәрегеҙ уңышлы буласаҡ.
ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).
Һеҙҙе ығы-зығылы аҙна көтә. Ләкин эште еренә еткереп эшләй белмәүегеҙ арҡаһында, нимәгә генә тотонмағыҙ, туҙан борҡотоуҙан артыҡ бер нәмә лә атҡара алмаҫһығыҙ.
САЯН (24.10 — 22.11).
Көслө яҡтарығыҙҙы йәшермәгеҙ, күрһәтеп барығыҙ. Яҡшы атҡарған эшкә генә тотоноғоҙ. Көнләшеүселәр артыр, шуға тәгәрмәсегеҙгә таяҡ тығып маташыусыларҙан һаҡ булығыҙ.
УҠСЫ (23.11 — 21.12).
Яҡындарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгә артыҡ һорауҙар бирмәгеҙ. Уларҙың үҙ сере булырға тейеш. Ярамһаҡланып, һалпы яғығыҙға һалам ҡыҫтырып маташҡан кеше менән аралашмағыҙ. Шулай уҡ оҙаҡҡа һуҙылған контракт, юридик мәсьәләләргә ҡағылған эштәрҙе киләһе аҙнаға тиклем кисектереп тороғоҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).
Үҙегеҙҙе һәйбәт ойоштороусы итеп күрһәтер өсөн тәүҙә һеҙгә ышанып етмәгән хеҙмәттәштәрегеҙҙе ышандырырға тырышығыҙ. Уларҙы ниндәйҙер проектҡа йәлеп итеп, уны уңышлы атҡарып сыҡһағыҙ, абруйығыҙ артыр, эштә үрләтеүҙәре ихтимал.
ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).
Ниндәйҙер шикле эшкә тотонор алдынан уның нимә менән тамамланырын алдан күҙаллап ҡуйығыҙ. Бәлки, баш тартырға кәрәктер? Йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнһәгеҙ, уңырһығыҙ.
БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).
Һеҙҙең эргәлә гел ниндәйҙер иреш-талаш, мөнәсәбәттәр асыҡлау барыр. Береһенә лә ҡыҫылмағыҙ, үкенерһегеҙ. Ғөмүмән, был осорҙа аралашыуҙан баш тартып, яңғыҙлыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.
Өмөтбикә.