Рәнйеш — ҡомға, яҡшылыҡ — ташҡа21.07.2012
Бер ваҡыт ике дуҫҡа бер нисә көн буйына сүл буйлап үтергә тура килгән. Ниңәлер ныҡ бәхәсләшеп китеп, ҡыҙыулыҡтан, береһе икенсеһенең битенә һуҡҡан. Уныһы бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ҡомға: “Бөгөн иң яҡын дуҫым сикәмә һуҡты”, — тип яҙып ҡуйған.
Дуҫтар һөйләшмәйенсә генә юлын дауам иткән. Бер нисә көндән һыулы урын табып алғандар. Йөҙөп йөрөгәндә сикәһенә һуғылғаны саҡ батмай ҡалған — дуҫы уны ҡотҡарған.
Үлемдән ҡалғаны, иҫенә килгәс, ташҡа: “Бөгөн иң яҡын дуҫым ғүмеремде һаҡлап ҡалды”, — тип яҙып ҡуйған.
— Мин һине рәнйеткәндә, ҡомға яҙғайның, ә хәҙер — ташҡа. Ниңә улай? — тип ҡыҙыҡһынған дуҫы.
— Рәнйеште, асыуҙы ел осороп алып китһен өсөн. Ә яҡшылыҡ ташҡа яҙылырға тейеш. Уны бер ниндәй ел-дауыл юя алмаҫ.