Мөхәббәт кемгә ҡәҙерле?21.07.2012
Ҡасандар Ерҙә бер утрау булып, унда кешелек сифаттары ғүмер иткән. Бер заман улар йәшәгән урын һыу аҫтына китә башлаған. Һәр сифат үҙенең карабына ултырып, таралырға ашыҡҡан.
Утрауҙа Мөхәббәт кенә тороп ҡалған. Һуңғы минуттарға тиклем көтөп, ер юғала башлағас, ул да китергә булған. Янынан үтеп барған Байлыҡты саҡырып алып, карабына ултыртыуын һораған.
— Миндә ҡиммәтле әйберҙәр, алтын күп. Һиңә урын юҡ, — тигән Байлыҡ.
Эргәнән Һағыш йөҙөп бара икән.
— Ғәфү ит, — тип ул да үтенесте кире ҡаҡҡан. — Миңә шул тиклем ҡыйын. Бер үҙем генә йөҙгөм килә.
Ғорурлыҡ та Мөхәббәтте янына алырға теләмәгән.
— Һин минең караптағы гармонияны боҙорһоң, — тигән ул.
Ҡыуанысынан бер нәмә ишетмәй үтеп киткән Шатлыҡҡа ла ултыра алмағас, Мөхәббәт бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелгән. Шул ваҡыт арттан кемдер тауыш биргән:
— Әйҙә, минең менән!
Мөхәббәт әйләнеп ҡараһа, янында аҡһаҡал тора икән. Ул уны ҡороға алып сыҡҡан да артабан йөҙөп киткән. “Исемен дә һорай алмай ҡалдым”, — тип өҙгөләнгән Мөхәббәт һәм Белемгә мөрәжәғәт иткән:
— Был аҡһаҡал кем ине ул?
— Ваҡыт.
— Ваҡыт? Ә ниңә ҡотҡарҙы ул мине?
— Сөнки Мөхәббәттең тормошта ни ҡәҙәре мөһим икәнен Ваҡыт ҡына белә.