«Динозавр» балалар паркы асылды21.07.2012
«Динозавр» балалар паркы асылдыАсыҡ һауала урынлашҡан динопарктың Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Әбйәлилдә асылыуы юҡҡа түгел. Тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы, күлдәрҙең күп булыуы төбәккә инвесторҙарҙы йәлеп итә.

Магнитогорск эшҡыуары Владимир Родионовтың, ҡасандыр балалар лагеры урынлашҡан, һуңғы йылдарҙа ташландыҡ хәлгә әйләнгән Үләндегүл янындағы ерҙе ҡуртымға алып, тиҙ арала «Динозавр» балалар паркы төҙөүе – ҡыуаныслы күренеш. Барлығы 700 миллион һум һалынасаҡ проекттың әлегә 250 миллионы ҡулланылып, динопарктың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, шәхси эшҡыуар үҙе һәм башҡалар ҡатнашты.
Бала саҡтың мөғжизәле донъяһына алып ҡайтҡан күңелле йырҙар яңғыраған парк был көндө бәләкәстәрҙең сағыу тауыштарынан гөрләп торҙо. Мауыҡтырғыс динозаврҙар иленә сәйәхәттән улар ифрат шат ине. Барлығы 28 экспонаттан торған хайуандар донъяһында ниндәйҙәре генә юҡ! Ана, бынан миллион йыл элек йәшәгән «Динозавр» балалар паркы асылдытиранозавр, аллозавр, анкилозавр, брахиозавр, дилофозаврҙар, гүйә, тере кеүек һиңә ҡарай. Хәрәкәткә килеп, үҙ тауыштары менән ҡысҡыра башлаһалар, улар йәшәгән осорға барып сыҡҡандай булаһың. Шомланып, ҡурҡып китһәң дә, һис тә ғәжәп түгел. Зәһәр йыландың телдәре һалынып, һине сағырға ынтылғандай буламы йәки крокодилдың ҡапыл ырғып ташланыуын көтөргәме, йә булмаһа, ыжғыр тештәрен күрһәтеп, динозаврҙар хәрәкәтләнһенме?! Иҫ киткес тамаша!
Экспонаттарҙың барыһы ла сит илдә махсус заказ менән эшләнгән, санитар талаптарға яраҡлаштырылған. Паркта хайуандың торған урыны кәртәләнгән, исеме урыҫ һәм латин телендә яҙылып, ҡыҫҡаса белешмә бирелгән. Динозаврҙың тауышы, хәрәкәттәре махсус ҡоролмалар ярҙамында башҡарыла. Балалар өсөн мажаралы аттракциондар эшләнгән, төрлө мауыҡтырғыс уйындар тәҡдим ителә. Гид оҙатыуында экскурсиялар, төрлө викториналар ҙа ҡаралған. Беҙҙең эраға тиклем миллион йылдар элек йәшәгән хайуандар менән танышыуҙан бай тәьҫорат ҡала. Ысынлап та, үҙеңде боронғо заманда джунглиҙа йөрөгән кеүек хис итәһең, ҡайҙа ҡарама – имәнес һөйрәлеүселәр. Уларҙың тауышынан, хәрәкәтенән һине шом биләп ала. Бына-бына ташланыр һымаҡтар …Хәйер, ташланмаһа ла, баҫтырыуҙары бик ихтимал. Владимир «Динозавр» балалар паркы асылдыРодионов әйтеүенсә, киләсәктә ҡыҙыл төҫкә өҫтөнлөк биреүсе, йәғни ҡыҙыл төҫ кейгән кешеләрҙе баҫтырыусы ике динозаврға заказ бирелгән. Мауыҡтырғыс күренеште һынап ҡараусылар етерлек буласаҡ, ти эшҡыуар.
Хайуандар донъяһына сәйәхәттән һуң, теләүселәр күл янында ҡыҙынып, рәхәтләнеп һыу инеп, фин кухняһында тамаҡ ялғап, күңелле ял итә ала. Сит илдәрҙәге динопарктарға күҙ ҡыҙҙығып йөрөйһө түгел.
Эшҡыуар Владимир Николаевичтың киләсәккә пландары иҫ киткес ҙур: ул бында ғәжәйеп бер хайуандар донъяһы төҙөмәксе. Әлбиттә, был мажаралы һәм мауыҡтырғыс парк барыһына ла оҡшаясаҡ, балаларға ла, өлкәндәргә лә. Тик шуныһы: бында килеүсе һәр кемдең янында бала булыуы мотлаҡ. Шунһыҙ мауыҡтырғыс хайуандар донъяһына сәйәхәт ҡылып булмаясаҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Вернуться назад