Халыҡ-ара Өфө аэропорты. Журналистар, фотографтар, операторҙар, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан ҡыҙ һәм егеттәр… Кемгә шулай хөрмәт күрһәтелә тиһегеҙме? Үҙебеҙҙекеләргә! Башҡортостан, Өфө йондоҙҙарына! Йәш спортсыларға!
Хәбәр итеүебеҙсә, Көньяҡ Кореяла уҙған Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында баш ҡалабыҙҙың “Өфөлө” мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тхэквондо буйынса ҙур уңышҡа өлгәште. Алты көрәшсенән торған команда иҫәбендә – дүрт призлы урын, дүрт миҙал: ике алтын, көмөш һәм бронза. Афарин, Айҙар, Эльвина, Эвелина һәм Иван!
Бөгөн иртән Башҡортостан спортсылары тыуған ҡалаһына ҡайтты. Оҙон юлдан арығандар, әммә йөҙҙәре көләс, күңелдәрендә – шатлыҡ. Ишектән сығыу менән уларҙы хәбәрселәр һырып алды. Мин дә, уңайын тура килтереп, йәш йондоҙ, алтын миҙал эйәһе Эльвина Хәкимова менән әңгәмәләшеп алырға ашыҡтым.
– Эльвина, Өфөгә килеп төшкәс, ниндәй тойғо кисерҙең?
– Ниһайәт, өйгә ҡайтып еттек, өҫтәүенә, донъя кимәлендәге ярыштан еңеү менән ҡайттыҡ, тип ҡыуандым. Сығышымдан ҡәнәғәтмен, шулай уҡ яҡындарым да, команда етәкселеге лә шатлыҡ кисерә. Бөтәһе лә яҡшы булды тип уйлайым.
– Ә был спорт төрө менән нисә йәштән шөғөлләнәһең, тренерың кем?
– Ете йәштән үк башланым, алты йыл шөғөлләнәм. Тренерым – Рөстәм Ғәйфуллин.
– Быға тиклем халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡаның булдымы?
– Юҡ, сит илгә тәүгә сығыуым. Спорт мәктәбендәге тиҫтерҙәрем араһында һәләтлеләр аҙ түгел, шулай ҙа уның данын яҡлау минең өлөшөмә төштө. Был ышанысты аҡларға тырыштым. Әлбиттә, майҙанға сығыр алдынан тулҡынландым, бер аҙ ҡурҡтым да, бигерәк тә ярымфиналда тыныслыҡ тапманым, сөнки дәғүәселәрем көслө ине.
– Корея ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Ыңғай. Яҡшы ҡаршыланылар, ҡунаҡсыллыҡ күрһәттеләр, аш-һыуҙары оҡшаны, тик тәүҙә ят ризыҡҡа өйрәнеүе ҡыйыныраҡ булды. Ярыштар үткән Тэгу ҡалаһы төҙөк, матур һәм таҙа.
Еңел булмаған спорт донъяһында йондоҙ булып балҡыны йәш өфөләр. Артабан да улар еңеүҙәре менән ҡыуандырһын тип теләйек!
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ