Фиҙаҡәр хеҙмәтенә баһа20.07.2012
Фиҙаҡәр хеҙмәтенә баһаБашҡортостан Президенты Указы менән республикабыҙҙың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде.

Рәшиҙә Солтанова Башҡортостан Республикаһының III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса даими комитет рәйесе урынбаҫары була. 1998 йылдың апрелендә “Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы” йәмәғәт хәрәкәте рәйесе итеп һайлана.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. 2002–2009 йылдарҙа — “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе президиумы, 2005 йылдан — Башҡортостан Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә эйә. “Хеҙмәт ветераны”, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.


Вернуться назад