Мәсет ҡасан ишеген асыр?20.07.2012
Өфөләге "Йәмиғ" мәсете төҙөлөшө республика халҡының иғтибарын үҙенә йәлеп итеп өлгөрҙө. Ни тиһәң дә, 2006 йылдан төҙөлә бит. Ҡасандыр ғәрәп илдәрендәге ғибәҙәтханаларҙан кәм булмаясаҡ тип өмөтләндерһәләр ҙә, әлегә ыңғай үҙгәреш тойолмай. Үкенескә ҡаршы, бөгөн дә баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев проспектындағы төҙөлөш майҙанында эш бармай.

– Заманында бөтөн халыҡ тарафынан төҙөлөшкә тип йыйылған аҡса эҙһеҙ юғалды. Бындай хәл республиканы биҙәмәй. Шуға ла төп бурысыбыҙ – төҙөлөштө йәнләндереү, – тине "Йәмиғ" мәсете төҙөлөшөнөң попечителдәр советы ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Ысынлап та, бынан бер нисә йыл элек мәсет төҙөлөшөнә тип йыйылған аҡсаның юғалыуы халыҡты шаңҡытҡайны.
Мәсет өсөн тәғәйенләнгән ер Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына өс йылға ҡуртымға бирелгән. Әйткәндәй, төҙөлөшкә бөгөнгә тиклем 400 миллион һум самаһы аҡса сарыф ителеп өлгөргән. Был турала Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов хәбәр итте. Әле мәсеттең нигеҙе әҙер, стеналары һалына башлаған. Ләкин бинаны артабан күтәреүгә генә (йәғни төҙөлөш-монтаж эштәренә) йәмғеһе 1 миллиард 400 миллион һум самаһы аҡса сарыф ителәсәк тип фаразлана. Бынан тыш, уның тышын һәм эсен биҙәүгә лә шул сама аҡса кәрәк буласаҡ. Әммә бөгөн аҡса юҡ. Ҡануниәткә ярашлы, дин дәүләттән айырымланған, шуға күрә бюджет аҡсаһы төҙөлөшкә тотонолмаясаҡ. Салауат Сәғитовтың фекеренсә, бер кемдә лә бер ниндәй шик тыуҙырмаған ойошманың, мәҫәлән, "Йәмиғ" мәсете төҙөлөшө фондының булдырылыуы зарур.
Бөгөн ҡайһы берәүҙәр тарафынан мәсеттең проекты Ислам дине ҡанундарына тап килмәй тигән имеш-мимештәр ҙә ишетелә. Шуға күрә проект дин әһелдәре һәм белгестәр тарафынан тағы бер тапҡыр ентекле тикшереләсәк. "Ете тапҡыр үлсә, бер тапҡыр киҫ" тигән боронғолар, һуңынан мәсетте үҙгәрткәнсе, бөтәһен дә үҙ ваҡытында эшләү отошло.
Төҙөлөшкә күпме ваҡыт кәрәк булыр – был һорау ҙа көн ҡаҙағында. "Төҙөлөш-монтаж эштәре ҡасан тамамланасаҡ, биҙәү буйынса эштәр ҡасан башланасаҡ – беҙ быларҙың бөтәһен дә асыҡларға тейешбеҙ", – тиелде ултырышта. Әммә төҙөлөштө тамамлауға ғына иң кәмендә ике-өс йыл кәрәк буласағы көн кеүек асыҡ.
– Был мәсет киләһе быуындарға ҡаласаҡ, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн иң гүзәл урындарҙың береһенә әйләнәсәк. Шуға күрә бында һәр эште ентекле өйрәнеп, яуаплылыҡ тойоп башҡарыу фараз, – тине Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад