Енәйәт һәм яза20.07.2012
Мөлкәтен ҡотҡарҙы

Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Ленин районы бүлегендә Өфөлә йәшәгән 42 йәшлек ирҙән бурысын түләтеү тураһындағы эш ҡаралды. Ул танышынан ҙур күләмдә аҡса алған, әммә ҡайтарырға ашыҡмаған. Суд ҡарары сыҡҡандан һуң да хәл үҙгәрешһеҙ ҡалған.

Суд приставы асыҡлауынса, бурыслының мөлкәте бөтөнләй булмай сыға. Өҫтәүенә, суд ҡарары көсөнә ингәс тә, ул ҡатыны менән айырылыша, уртаҡ мөлкәт бүленмәй ҡала. Бергә йәшәгәндә бурыслының ҡатыны исеменә Өфөнөң үҙәгендә торлаҡ булмаған бинаның теркәлеүе, уның бәлиғ булмаған балаларға бүләк ителеүе билдәләнә. Ошо рәүешле бурыслы ир мөлкәтен ҡотҡарып ҡалырға маташа.
Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, аҡсаның хужаһы бергә тупланған мөлкәтте бүләк итеү договорын ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы һорап судҡа мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың Юғары суды уның талабын ҡәнәғәтләндерә. Бурыслы ир ике ай эсендә танышына 1,2 миллион һумды ҡайтарып бирергә мәжбүр була.

Йәнәһе, аҡсаһы булмаған...

Өфөнөң Королев урамында кеше талаусы әҙәм аҡтығы ҡулға алынған. Пневматик пистолет менән ҡоралланған был енәйәтсе тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазин һатыусыһынан аҡса талап иткән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был хәл төнгө сәғәт 2-ләрҙә булған. Һатыусы ҡулаҡсаны кассанан алғас, магазинға бер нисә кеше инә. Талаусы пистолетын сығарып, уларға иҙәнгә ятырға ҡуша, ошонан файҙаланып, һатыусы ҡыҙ полицияны саҡырыу төймәһенә баҫа.
Асыҡланыуынса, был бәндә Өфөгә Шишмә районынан килгән. Дуҫтары менән осрашып, бер аҙ төшөрөп алғас, пистолет алып магазинға юллана. Ҡылығының сәбәбен, йәнәһе, аҡса юҡлыҡ менән аңлата. Ләкин был һылтау түгел — уның ун йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад