
Балаларың бәлә саҡта
Йәшәһәң улар өсөн,
Балаларың бәлиғ булғас
Йәшәрҙәр һинең өсөн.
Ҡәҙим Аралбай.
Бөтөн булмышын балаларына бағышлап, һәр буш минутын улар менән файҙалы итеп үткәрергә тырышҡан ғаиләләр күп. Атай-әсәйҙәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға ла, тәбиғәт ҡосағында бергәләп ял ойошторорға ла ваҡыт таба, уларҙың сәләмәтлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Ошондай ғаиләләргә ҡарап һоҡланаһың, уларҙы өлгө итеп ҡуяһың.
Баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды һәм “Мәктәпкәсә Өфө” журналы менән берлектә “Ғаилә ҡиммәттәре” тип аталған конкурс ойошторғайны. Ул быйылғы Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды. Алты номинация буйынса бәйгелә егермегә яҡын ғаилә үҙенең көсөн һынап ҡараны.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Ишектән ингәс тә бында байрам рухы һиҙелә ине. Мәҙәниәт һарайының фойеһы матур итеп биҙәлгән. Балалар өсөн төрлө уйындар ойошторолған, улар бушлай туңдырма менән һыйлана, арыраҡ атай-әсәйҙәре әҙерләп килтергән аш-һыу, бергәләп башҡарған ҡул эштәре ҡуйылған өҫтәлдәр теҙелеп киткән.
Әхтәмовтар менән Тимофеевтар ғаиләһе “Күп бала — күп шатлыҡ” тигән номинацияны һайлаған. Был номинация ысынлап та уларға тап килеп тора шул. Әхтәмовтар ғаиләһендә — дүрт, Тимофеевтарҙыҡында өс бала тәрбиәләнә. Эльвира Әлфәт ҡыҙы менән Рөстәм Рәшит улы Изабель, Тимур, Света һәм Робертты тәрбиәгә алған һәм бөгөн балаларының уңыштарына ҡыуанып, бәхетле тормош кисерә. Был еңел булмаған эштә Эльвира Әлфәт ҡыҙының йәкшәмбе мәктәбендә, балалар лагерҙарында эшләү тәжрибәһе лә ярҙам итмәй ҡалмағандыр, моғайын.
Сәләмәт тормош алып барған Усмановтар, Парфеновтар, Чанышевтар — “Спорт һәм сәләмәт тормош”, Михеевтар, Троценколар, Дунаевтар — “Күңел торошо буйынса туғандар”, Нуретдиновтар, Горнаковтар, Осетровтар, Сорокиндар — “Тәбиғәткә яҡыныраҡ”, Ҡормановтар, Кәримовтар, Процкийҙар — “Ижадтағы тормош”, ә Бәшәровтар “Интеллект көсө” номинацияһында ҡатнашҡан.
Үҙҙәренең ялын тәбиғәт ҡосағынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған, балалары менән республикабыҙ киңлектәрен иңләп-буйлап сыҡҡан Нуретдиновтар ғаиләһе юҡҡа ғына “Тәбиғәткә яҡыныраҡ” номинацияһын һайламаған икән. Динар Ансар улы менән Лилиә Айҙар ҡыҙы береһенән-береһе аҡыллы, һөйкөмлө ике бала үҫтерә. Алмасҡа — ун бер, Диләгә – дүрт йәш.
— Беҙ атай-әсәйем менән бергә ҡыш санала, саңғыла шыуабыҙ, урманға сығып йөрөргә, ҡоштар тауышын тыңларға яратабыҙ, — ти үҙенең күҙәтеүҙәрен ҡағыҙ битенә теркәп барырға күнеккән Алмас. — Йәй көнө күп итеп балыҡ тотабыҙ. Еләк, дарыу үләндәре йыябыҙ.
Ысынлап та, аҡса бер ҡасан да етмәй, ә һаулыҡ бер ниндәй байлыҡҡа ла алыштырғыһыҙ.
“Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух”, — ти спорт яратҡан Чанышевтар ғаиләһе. Уларҙың фекеренсә, сәләмәт тормош алып барыу ғаиләнән килә. Маша менән Русландың ата-әсәһе спорттың бик күп төрөн үҙ итә. Роликлы конькиҙа, саңғыла, сноубордта йөрөйҙәр. Походҡа сығалар, йылға буйлап ағып төшөргә яраталар.
— Бала үҙенең булмышын тапһын, һәләте асылһын өсөн уның аң даирәһен киңәйтергә, буш ваҡытын дөрөҫ файҙаланырға өйрәтергә кәрәк, — тиҙәр “Интеллект көсө” номинацияһында еңеүсе Бәшәровтар. Уларҙың ғаиләһендә бик аҡыллы ике ҡыҙ үҫә. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә өс йәшенән бейеү менән шөғөлләнә. Хәҙер уға — ун ике йәш. Апай булараҡ, һеңлеһе Айгөлдө лә үҙе белгәндәргә өйрәтә.
“Бейеү йыйнаҡ булырға, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләүҙә ныҡ ярҙам итә”, — ти ҡыҙ. Лилиә төрлө яҡлап та һәләтле булып сыҡты. Инглиз телен ихлас өйрәнә. Әсәһе Гөлназ Мирғәсим ҡыҙы уның менән үҙе шөғөлләнә. Инглиз теле буйынса эшен ЮНЕСКО ойошторған Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһына тәҡдим иткән.
Был көндә беҙ ана шундай бик күп һоҡланғыс ғаиләләр менән таныштыҡ. Уларға ҡарап үҙебеҙ ҙә ниндәйҙер бер эске кинәнес алып ултырҙыҡ. Бағыусылар, ойоштороусыларҙың да конкурсҡа бик етди ҡарағаны күренеп тора. Ҡатнашыусыларға (ә улар барыһы ла еңеүсе!) бына тигән бүләктәр әҙерләгәндәр.
Ғаилә гөлгә оҡшаш, уны гел генә ҡарап-ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә, тиҙәр. Ә беҙ уларҙы бер ни ҙә ҡурҡытмаҫына ышанабыҙ, сөнки был ғаиләләр үҙҙәренең ныҡлы бер бөтөн икәнлектәрен иҫбат итте.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.