Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Нурғәле Суфиян улы Рәжәповты 60 йәшлек оло юбилейы уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ. Атайыбыҙ — изге күңелле, абруйлы, ихтирамлы һәм өлгөлө кеше. Ул барыбыҙға ла терәк һәм таяныс. Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ атай хәстәрен тойоп, атай тәрбиәһен алып үҫеүебеҙ менән рәхмәтлебеҙ һиңә. Киләсәк тормошонда именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы һәм әсәйебеҙ менән балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, матур һәм тигеҙ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһа күңелдә.
Күтәренке кәйеф, сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныста ғына
Гөрләп атһын ғүмер таңдарың.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәмилә, балаларың, кейәүҙәрең, килендәрең,
ейән-ейәнсәрҙәрең, барлыҡ туғандарың.