Федоровка районының Юрматы ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ Рауил Дилмөхәмәт улы Ялчинды 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Рауил Дилмөхәмәт улы подполковник званиеһында отставкаға сыға һәм шәжәрәһен өйрәнә. Федоровка, Мәләүез, Шаран, Мишкә милицияһы энциклопедияларын нәшер итә.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һинең тормош юлыңа ҡарап һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Беҙгә булған күңел йомартлығың, изгелегең өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе ҡабул ит.
Һинең тормош юлың — матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ.
Рәхмәт, тибеҙ һиңә ысын йөрәктән,
Һинең тормош — беҙҙең ғорурлыҡ.
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарың.