Талаптар ҙа арта, аҡса ла20.07.2012
Тәрбиәгә бала алыу — яуаплы эш

“Етемдәрҙең күплегенә, ата-әсәләрҙең үҙ балаларын яҙмыш ҡосағына ташлауына йөрәк әрней. Сабыйҙарҙы ғаиләгә алыусылар ҙа табылып тора, тик уларҙың йышыраҡ үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыуы һиҙелә. Бәлки, ата-әсә булырға теләүселәргә талаптарҙы арттырырға кәрәктер? Тормош тәжрибәһенә таянып шуны әйтә алам: ҡайһы бер осраҡта бала өсөн ят ғаилә мөхитенә ҡарағанда балалар йортонда тәрбиәләнеү отошлораҡ та, яҡшыраҡ та.
Башҡортостандың Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерелә тип ишеттем. Баланы тәрбиәгә алыусылар өсөн дә яуаплылыҡ арттырылһын ине.
М. МУСИНА.
Өфө ҡалаһы.”


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында депутаттар халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһен камиллаштырыуға йүнәлтелгән байтаҡ закон проектын ҡараны. Хат авторын да, моғайын, тап ошо сессияла ҡаралған мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра торғандыр, тип уйлайбыҙ.
Ысынлап та, ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы опекаға (попечителлеккә), уллыҡҡа, патронат тәрбиәһенә биреүҙең ыңғай һәм кире яҡтары етерлек, ҡайһы саҡта сабыйға бер-бер артлы әллә күпме ауыр һынауҙы, тетрәнеүҙе кисерергә тура килгәнен дә беләбеҙ. Депутаттарҙы ла ата-әсәнең яуапһыҙлығы, ҡайһы берәүҙәрҙең шәхси мәнфәғәтте генә өҫтөн ҡуйып баланы ғаиләгә алыуы, йә булмаһа өмөттәрен “аҡламаған” сабыйҙы балалар йортона кире ҡайтарыуы борсоуға һала. Бала — уйынсыҡ түгел, уның яҙмышы хәл ителгәндә “ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү” мотлаҡ, тип иҫәпләй халыҡ вәкилдәре. Яңыраҡ улар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы ғаиләгә тәрбиәгә алыусылар өсөн психологик-педагогик һәм хоҡуҡи әҙерлек үтеүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын эшләне һәм фекер алышыуға сығарҙы. Ошондай уҡ етди талап сит ил кешеләренә, гражданлығы булмағандарға ла ҡуйыла. Был үҙгәрештәр баланы тәрбиәгә алырға теләүселәрҙең әҙерлек сифатын яҡшыртырға, үкенесле хаталарға юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Шуның менән бергә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм баланы тәрбиәгә алғандарға түләү күләмен 5858 һумға еткереү көтөлә (өҫтәүенә был норма ошо йылдың 1 ғинуарынан алып индереләсәк). Баланы тәрбиәләүгә тәғәйенләнгән айлыҡ пособие күләме 4900 һум тәшкил итәсәк. Шулай итеп, быйыл 13 мең 621 балаға, 3186 ата-әсә һәм патронат тәрбиәсегә матди ярҙам арттырыла.

Хоҡуҡтар тиңләшә

Тағы ла бер яңылыҡ. Депутаттар ҡарауына сығарылған яңы закон проектында балалы ғаиләләргә социаль ярҙам өлкәһендәге закон акттарына үҙгәрештәр көтөлә. 2013 йылдың 1 ғинуарынан социаль яҡтан аҙ яҡланған ғаиләләр өсөн балаға айлыҡ пособие күләмен дифференциациялы арттырыу күҙаллана. Бөтөн шарттарҙы ла иҫәпкә алып, айлыҡ пособие күләменең 726 һумға етеүе ихтимал. Закон проекты хупланғанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге һәм ауыл ғаиләһендәге балалар өсөн тәғәйенләнгән пособиелар берләштереләсәк. Уларға күп балалы ғаиләләргә физкультура-спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге түләүһеҙ хеҙмәттәр, юл йөрөү буйынса льготалар ҙа ҡушыласаҡ. Закондың яңы редакцияһында әлеге льготаларҙы аҡсаға әйләндереү тәҡдим ителә.
Был үҙгәреш ҡала һәм ауыл ерҙәрендәге ғаиләләргә тиң социаль ярҙам алырға булышлыҡ итәсәк, сөнки ауылда бассейндар, спорт залдарының юҡлығы, хоҡуҡтар булған хәлдә лә, уларҙан файҙаланырға мөмкинлек бирмәй. Льготаларҙы “монетизациялау” был осраҡта халыҡ тарафынан ыңғай ҡабул ителер тип уйлайбыҙ, сөнки һәр кемгә аҡсаны үҙе теләгән ниндәйҙер хеҙмәткә тотоноу мөмкинлеге тыуа. Ошоға тиклем льготаларға йүнәлтелгән аҡсаның 90 проценты ҡалаларҙағы 20 процент ҡына тәшкил иткән күп балалы ғаилә өсөн тотонолдо. Ә 61 проценты 6 процент ҡына тәшкил иткән ишле ғаилә йәшәгән Өфө ҡалаһына тура килә. Йәшерен-батырын түгел, ауыл ерендә йәшәгәндәр хоҡуҡтарынан тулыһынса файҙалана алманы.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, льготаларҙы аҡсалаштырыу республикабыҙҙағы 330 мең балаға ҡағыласаҡ. Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр генә бындай өҫтөнлөктән файҙаланасаҡ, яҡшы тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә физкультура-спорт хеҙмәттәренә түләүгә социаль ярҙам саралары ҡаралмаған. Матди ярҙам аныҡ маҡсатҡа ярашлы күрһәтелгәндә генә уның һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкин буласаҡ, тип иҫәпләй закон сығарыусылар.
Д. ФӘТИХОВА.


Вернуться назад