Йыш ҡына ата-әсәне балаһының хаталы яҙыуы, почеркының насар булыуы борсой. Балаға нисек ярҙам итеп була, тигән һорауға яуап таба алмай ыҙалана күбеһе. “Улыма алты йәш, киләһе йыл уҡырға төшә. Логопед: “Мәктәптә малайығыҙҙың проблемалары башланасаҡ, хәрефтәрҙе көҙгөләге кеүек яҙа”, — тип ҡурҡыуға һалды”, — тип яҙа Рәйсә ханым.
Белгестәр әйтеүенсә, биш-алты йәштә күп кенә бала хәрефтәрҙе ауырлыҡ менән яҙа. Үҫеш осоронда был — тәбиғи күренеш. Яҙыу күнекмәһе юҡ. Балағыҙға дисграфия диагнозы ҡуйыусылар менән ризалашмағыҙ. Яҙыу — ул бит бармаҡтарҙың хәрәкәтләнеүе генә түгел, ә бик ҡатмарлы, төрлө яҡлы эш. Бала хәрефтең нисек яҙылыуын аңларға, ҡулды дөрөҫ тоторға, ҡайҙа туҡталырға икәнде үҙләштерергә тейеш. III – IV класҡа етмәйенсә, унда дисграфияның булыу-булмауын асыҡлау мөмкин түгел. Яҙыуҙа ауырлыҡ тыуыуын йыш ҡына нервы системаһы һәм башҡа сирҙәр менән бәйләү ҙә урынһыҙ. Насар почерк, хаталар, көҙгөләге кеүек “түңкәрелгән” йәки яҙып бөтөрөлмәгән хәрефтәр — баланы дөрөҫ яҙырға өйрәтмәү һөҙөмтәһе, ә бер ниндәй ҙә патология түгел, тип иҫәпләй белгестәр. Неврологик проблемалар булғанда, “дисграфия” диагнозын бары табип ҡына ҡуйырға хаҡлы, ә логопед, уҡытыусы йә иһә психолог түгел.
“Кластағы бөтә баланы ла бер үк уҡытыусы уҡыта. Әммә күп уҡыусыларҙың яҙыуы матур, тигеҙ булһа ла, улымдыҡын һис кенә айырып уҡырлыҡ түгел”, — тигән әсәйгә белгестәр ошондай аңлатма бирә: “Балаларҙың яртыһынан күбеһе уҡырға һәм яҙырға өйрәнеүҙә ҡыйынлыҡтарға осрай. Сәбәптәре төрлө. Кемдер ҡул хәрәкәтен көйләй белмәй. Быныһы шәхескә хас үҙенсәлек.
Беренсе класҡа уҡырға төшөүселәрҙең өстән бер өлөшөн шундайҙар тәшкил итә. Кемдеңдер моторикаһы тулы тәртиптә, әммә почеркы насар, сөнки ул бер минутҡа ла иғтибарын туплай алмай. Был хәл тиктормаҫ балаларға ҡағыла. Уҡыусыларҙың өстән берендә тирә-яҡты күреү һәләте аша ҡабул итеү был осорҙа үҫешеп етмәй әле. Улар хәрефтәрҙең һыҙаттарын ауырлыҡ менән хәтерҙә ҡалдыра, шуға күрә ҡағыҙға төшөрөү ҙә ҡатмарлы. Хәҙер бер дәрестә ошондай балалар менән нисек бер нисә хәрефте өйрәнеүебеҙҙе күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Һөҙөмтә билдәле — яҙыу сифаты насарлана, хаталар күбәйә.
Белгестәр иҫбатлауынса, уҡыуҙың тәүге көндәрендә бала өҙлөкһөҙ ни бары өс минут ҡына яҙа ала. Ул тиҙ арый. Әммә уның физиологик хәлен уҡытыусылар ҙа, ата-әсә лә иҫәпкә алмай. “Ниңә тырышмайһың? Тәүге юлдарҙы һәйбәт яҙғанһың бит, ниңә былары танырлыҡ та түгел”, — тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә өлкәндәр. Хәҙерге мәктәптәрҙәге яҙырға өйрәтеү методикаһы алты йәшлектәрҙең физиологик үҙенсәлектәренә ярашып бөтмәй — бик көсөргәнешле. Ике ай эсендә бөтә хәрефтәрҙе лә яҙырға өйрәтеү балаларҙы “ҡыуаларға” мәжбүр итә. Ошондай самаһыҙлыҡ матур яҙыуға ҡамасаулай ҙа инде.
Шуныһы үкенесле: бер һалынған почеркты үҙгәртеүе ауыр. Әгәр ҙә яҙыу күнекмәһе дөрөҫ формалашмаһа, хәрефтәр урынында сатай-ботай һыҙыҡтар ғына булһа, хатаны төҙәтеү мөмкин түгел. 12 йәштән һуң баланың хатаһыҙ яҙырға өйрәнеүе ихтимал, әммә бының өсөн ҙур хеҙмәт талап ителәсәк.
“Кемгә кәрәк хәҙер матур яҙыу? Бөтәһе лә компьютерҙа баҫыла”, — тип әйтеүселәр ҙә булыр. Грамоталылыҡ яҙыу техникаһы менән туранан-тура бәйле. Һүҙ яҙғанда бала һәр хәрефте тотош иғтибарын туплап яҙа, үҙ алдына ҡабатлай, иҫендә ҡалдыра. Әгәр ҙә уны ашыҡтырһаҡ, өйрәнеү процесы боҙола, хата ебәрелә. Уҡып булмаған йәки ҡыйынлыҡ менән уҡылған текст — үҙе үк грамотаһыҙлыҡ билдәһе. Бала үҙенең ниндәй хәрефте яҙғанын аңларға тейеш.
Мәктәптәге көсөргәнешле тормошҡа баланы нисек әҙерләргә? Эште дөрөҫ ултырырға, ручканы тота белергә өйрәтеүҙән башлағыҙ. Ошо ябай күнекмәләрҙе үҙләштергәс кенә алға яңы аҙым яһарға була. Төрлө оҙонлоҡтағы тигеҙ тура һыҙыҡтарҙы горизонталь йәки вертикаль рәүештә һыҙырға өйрәтегеҙ. Бик ҡатмарлы күнегеү был бала өсөн. Киләһе аҙым — параллель һыҙыҡтар һыҙыу. Аҙаҡ түңәрәк һәм оҙонса түңәрәктәр төшөрөүгә күсегеҙ. Баланы дәфтәрҙәге юлды, юлдың уртаһын, ҡағыҙ битенең уң һәм һул яғын күрергә өйрәтегеҙ. Хәҙер яҙырға өйрәнеү өсөн уңайлы махсус дәфтәрҙәр ҙә күп, тәүҙә уларҙан файҙаланырға мөмкин.