“Әсәйемде эҙләйем!”20.07.2012
Ошо көләс йөҙлө кескәйҙәрҙең бәхетле буласағына бик тә ышанғы килә. Төрлө сәбәп арҡаһында атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларҙың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн. Әммә ошо йәштән үк терәк-таянысһыҙ, яңғыҙ ҡалыу улар өсөн — оло һынау, ауыр кисерештәр, билдәһеҙлек. Бәләбәй балалар йорто уларҙы мәрхәмәтле йылы ҡосағына алған, әммә һәр сабыйҙың хыялы — ғаиләле, атайлы-әсәйле булып үҫеү.

“Әсәйемде эҙләйем!”“Әсәйемде эҙләйем!”Лилиә менән Альбина — бер туғандар. 13 йәшлек Лилиә тыныс холоҡло, ярҙамсыл, аралашыусан. Һәләтле ҡыҙ һүрәт төшөрөргә әүәҫ, сәхнәлә сығыш яһарға ярата. Балалар йортонда ойошторолған бер сара ла Лилиәһеҙ үтмәй.
Альбинаға — 11 йәш. Олоһо-кесеһе менән тиҙ уртаҡ тел таба, бик ҡыҙыҡһыныусан. Үҙешмәкәрлек түңәрәгендә ихлас ҡатнаша, үҙ фекерен яҡлай, һүҙендә тора белә.

“Әсәйемде эҙләйем!”“Әсәйемде эҙләйем!”Елена менән Александр — бер туғандар. Еленаға – 7 йәш. Тыныс холоҡло, иркә ҡыҙ. Ҡустыһы тураһында хәстәрлек күрә. Һүрәт төшөрөргә, йәнһүрәт ҡарарға ярата.
Александр тиктормаҫ, шуҡ, үҙ һүҙле малай. Апаһын ярата, эргәһенән китмәй тиерлек. Мозаика, пазлдар йыйыу уға айырыуса оҡшай.
Әгәр ҙә ошо ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һөйкөмлө, тыйнаҡ балаларҙы тәрбиәгә алып, уларҙың тормоштарына йән һәм йәм өҫтәүсе оло йөрәкле кешеләр табылһа, барыбыҙ ҙа шат булыр инек. Туғандарға йорт йылыһы, ата-әсә наҙы һулар һауалай бик кәрәк. Белешмә өсөн телефон: 347-86-419-45.


Вернуться назад