Кеше күңеле — үҙе бер донъя. Ҡайһы саҡ яҡындарыңды, үҫтергән балаңды ғына түгел, үҙеңде лә аңлап бөтөп булмай. Бәләкәй генә аңлашылмаусанлыҡ тора-бара юҡ ерҙән дә әллә ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләр тыуҙыра башлай. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағындағы Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге (директоры — Анжелика Нурмөхәмәтова) күңел донъяһында аҙашыусыларға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Учреждениеның “ышаныс телефоны” хеҙмәте халыҡта айырыуса киң танылыу яулай. Уның мөдире Ғәлиә СӘЛИХОВА менән әңгәмәнән һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт табыр.
— Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәрҙең йылдан-йыл күбәйеүе нимәгә бәйле?
— Сит илдәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән психологка мөрәжәғәт итеү ғәҙәти һәм бик кәрәкле сара һанала. Бындай мәҙәниәт Рәсәйҙә үҫешә генә башланы. "Проблемаң менән яңғыҙ ҡалма, психологка бар", — тигән кәңәште ҡайһы берәүҙәр әле лә үпкә һүҙе тип ҡабул итә. "Мин һиңә псих түгел", — тип асыуланалар. Ундайҙарға психиатр менән психолог араһындағы айырманы аңлатҡы килә. Тәүгеһе күңел ауырыуы менән сирләүсене төрлө дарыуҙар ярҙамында дауалаһа, икенсеһе сәләмәт кешеләргә ҡатмарлы хәлдән сығыу юлдарын эҙләшә. Ошоно хәҙер күптәр аңлай башланы. Быйылғы тәүге алты айҙа 8 276 кеше шәхси консультация үткән, 7 255 кеше "ышаныс телефоны"на мөрәжәғәт иткән.
— "Ышаныс телефоны"на ҡасан, нисек шылтыратырға мөмкин?
— Хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләй. Телефон һанын йыйып һөйләшә алырҙай һәр кемде ҡабул итәбеҙ, йәшенә ҡарап тормайбыҙ. Аралашыу аноним шарттарҙа үтә. Мөрәжәғәт итеүсе үҙе тураһында мәғлүмәт бирмәһә, төпсөнөп тормайбыҙ. Беҙ, психологтар, үҙебеҙ ҙә исем-шәрифебеҙҙе атамайбыҙ, һәр кемдең псевдонимы бар.
— Шылтыратыусыларҙы ниндәй һорауҙар борсой?
— Әйтеүебеҙсә, беҙҙә барыһы ла аноним. Мөрәжәғәт итеүсенең һорауын киң йәмәғәтселеккә таратмайбыҙ.
— Шулай ҙа дөйөм алғанда?
— Көндөҙ өлкәндәр эштә саҡта мәктәп уҡыусылары шылтырата. Берәүҙәр тәүге һөйөү хистәрен кисерә, оҡшатып йөрөгән класташының иғтибарын йәлеп итер өсөн кәңәш һорай. Өлкәндәргә был ваҡ мәсьәлә күренһә лә, бала өсөн тәрән уйланыу, тетрәнеү ул. Икенселәре насар билдә алһа ла, шылтыратып, проблемаһын һөйләй. "Атай-әсәйем әрләр инде", — тип борсолалар. Бындай осраҡта уҡытыусы менән кәңәшләшергә, "икеле"не нисек төҙәтергә була тип белешергә тәҡдим итәбеҙ, күңелдәрен күтәрергә тырышабыҙ.
Кис, балалар йоҡларға ятҡас, ата-әсәләр шылтырата башлай. Әгәр кешенең күңелен телефон аша ғына тынысландырып булмаһа, уны үҙәккә саҡырабыҙ. Белгестәр психологик көсөргәнеште бөтөрөргә ярҙам итә. Йәмле бүлмәлә талғын көйҙәр тыңлау, телевизорҙан ыңғай тәьҫораттар уятҡан һүрәттәр ҡарау, тренингтар барыһына ла оҡшай.
— Белгестәргә шәхси күренеү түләүлеме?
— Үҙәк барыһын да бушлай ҡабул итә, түләүле хеҙмәттән дә файҙаланырға мөмкин. Психологтан тыш, логопед, дефектолог һәм психотерапевҡа ла күренергә мөмкин. Белгестәргә яҙылыу өсөн 276-56-12 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Тағы ла йәш ғаиләләрҙе һәм никахҡа инергә йыйыныусыларҙы "Йәш ғаилә академияһы"на саҡырабыҙ. Унда күп файҙалы мәғлүмәт алырға була.
— Күптән түгел Берҙәм дәүләт имтихандары үтте. Көсөргәнешле осор психологтарҙың эшендә лә сағылыш тапмай ҡалмағандыр...
— Ул осорҙа шылтыратыуҙар йыл да ҡапыл арта. Балаларҙан бигерәк ата-әсәләр борсола. Яңыраҡ хатта бер әсә үҙәккә күҙ йәштәрен түгеп килеп инде. Балаһы шул көндө имтихан тапшырған икән. "Тыныслана алмайым", — ти өлкән генә ҡатын. Имтихандар осоронда тәү сиратта атай-әсәйҙәрҙең үҙҙәрен тыныс тотоуын теләге килә, сөнки өлкәндәрҙең кәйефе туранан-тура балаға йоғонто яһай. "Имтихан ҡурҡыныс эш түгел. Иң мөһиме — иҫән-һау булайыҡ, бәхетле йәшәйек", — тип тынысландырығыҙ ғәзиздәрегеҙҙе. Аттестат ала алмаған уҡыусылар төшөнкөлөккә бирелмәһен. Быйыл булмаһа, икенсе йыл мотлаҡ килеп сығыр.
Психолог Ғәлиә Сәлиховаға һорауҙарығыҙ булһа, редакцияға яҙығыҙ. Хатығыҙҙа исемегеҙҙе күрһәтмәҫкә мөмкин.