Алма ағасынан алыҫ төшмәй20.07.2012
Алма ағасынан алыҫ төшмәйКүптән түгел миңә Архангел районының Тирәкле ауылында булырға тура килде. Унда Фазыловтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе менән таныштым.

Аталары фронтҡа киткәс, әсәләре Хәмдиә апайға дүрт баланы аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Кесе йәштән барыһы ла хеҙмәттә сынығып үҫә. Хәбир Әғзәм улына ауыл мәктәбенән ары китеп уҡырға насип булмай. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, колхозда төрлө эштәр башҡара. Ат ҡараусы ла, хисапсы ла, бригадир ҙа булырға тура килә. 1950 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта дүрт йыл да дүрт ай илебеҙҙең сиген һаҡлай. Аҙаҡ колхозда тракторсы булып эшләй, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә, юбилей миҙалдарына лайыҡ була.
Тормош иптәше Тайба еңгә менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Үҙҙәре белем алмағанға күрә, бөтә балаларын да уҡыталар, һөнәр алырға ярҙамлашалар.
Гөлсөмдәре Архангел район Советында эшләй. Гөлфинә хаҡлы ялда, ейәндәрен тәрбиәләшә. Вәзир — Ямалда механизатор, Шайморат мәктәпте газ менән йылыта, Гөлнәзирә — баш бухгалтер, Хәлил — монтер, Айгөл — “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәре.
Фазыловтар ҙур өйҙә икәүләп кенә йәшәй. Умарта, ҡош-ҡорт, мал тоталар. Ейән-ейәнсәрҙәр йыйылһа, өй гөрләп тора. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап уңған, тырыш, тәртипле.
Ололарҙың әйткәне — ул-ҡыҙҙарға, ейән-ейәнсәрҙәргә “закон”. Хәбир Әғзәм улы, ауыл муллаһы булараҡ, мәсетте тәртиптә тота, төҙөкләндереү эштәрен ойоштора. Ауылдаштары алдында абруй ҡаҙанған кеше ул. Фазыловтарҙың ҙур ғаиләһенә һаулыҡ, именлек юлдаш булһын.
Н. МИҺРАНОВ.
Архангел районы.


Вернуться назад