“Үтенесебеҙҙе ишеттеләр!”20.07.2012
Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 10 йәшлек инвалид баланың әсәһе Дәүләт Думаһы депутаты С. Мырҙабаеваға үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмағаны, ҡиммәтле медицина приборы алыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шәкәр сиренән яфаланған улына көн дә әллә нисә тапҡыр инсулин индереүҙән, өҙлөгөүҙән һаҡлау сараларынан йонсоған әсә нисек тә булһа балаһын энәләрҙән ҡотолдороу һәм шәкәр кимәлен тотороҡландырыу уйы менән яна. Инсулин помпаһы — тап ошондай тәьҫирле медицина сараһы. Әммә уның менән бушлай тәьмин итеү медицина ярҙамының дәүләт гарантиялары программаһына индерелмәгән. Ҡиммәтле приборҙы һатып алыу ҙа күп ата-әсәнең ҡулынан килмәй.
Депутат Русфондтың Башҡортостан бюроһы вәкилдәре һәм республиканың баш балалар эндокринологы менән кәңәшләшкәндән һуң, инсулин помпаһы алыуға аҡса йыйыу ойошторола. “Һуңғы осорҙа республикала мәрхәмәтлек фондтарының әүҙемләшеүе һиҙелә. Бик яҡшы күренеш, әлбиттә, әммә әлегә был потенциал илебеҙҙә тейешенсә файҙаланыла тип әйтеп булмай. Һайлаусыларҙың үтенестәрен хәл итеү өсөн хеҙмәттәшлектең төрлө төрҙәрен эҙләп табырға тейешбеҙ”, — тип белдерҙе депутат.