Биш балаңды суҡтай кейендереп ҡара!20.07.2012
Бер нисә аҙнанан ата-әсәләрҙең бала-сағаны мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәте башланасаҡ. Яңы кейем-һалым, уҡыу кәрәк-ярағы алыу балаларға шатлыҡлы мәл булһа ла, өлкәндәрҙән байтаҡ сығым талап итә.
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Рәзилә менән Менәүәр Сәлимйәновтар был хаҡта әле үк уйлана башлаған. Белем көнөнә тиклем уларға биш баланы баштан-аяҡ кейендерергә кәрәк.
— Ике балабыҙ быйыл студент булырға йыйына, ҡалғандары — уҡыусы. Былтыр мәктәпкә әҙерләнгәндә һәр береһенә 6-7 мең һум аҡса китте. Быйыл өлкәндәре ҡалаға уҡырға барһа, сығым тағы ла күберәк буласаҡ. Күмәк ғаиләлә үҫкән балаға ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы хаҡының ҡайтарылыуы — беҙгә һиҙелерлек ярҙам. Был мөмкинлектән гел файҙаланабыҙ, — ти Рәзилә Раил ҡыҙы.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы уҡыусы балаларҙы хәстәрләүсе йәнә бер башланғысҡа нигеҙ һалды. "Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" акцияһы икенсе йыл уҙғарыла. Сараның маҡсаты — күмәк балалы, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе мәктәп уҡыусыларына, шулай уҡ инвалид балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булғандарға һәм етемдәргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү.
— Былтыр тәү тапҡыр ойошторолған сара республика халҡы араһында хуплау тапты, — ти Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Елена Ткачук. — Беҙҙең комплекслы үҙәктәрҙең әйбер йыйыу пункттарына барлығы 30 мең самаһы дәфтәр, 12 меңләп ҡәләм, ручка, буяу тапшырылды, тағы ла спорт кейеме, мәктәп формаһы, портфель алып килеүселәр ҙә булды, төрлө ойошмаларҙан 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсте.
Быйыл акция 1 июлдән 30 авгусҡа тиклем дауам итә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан "Ышаныс" ("Доверие") халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге директоры Роза Мырҙаханованан әйберҙәргә ҡарата талаптар тураһында белештек.
— Дәфтәр, ручка кеүек уҡыу кәрәк-яраҡтары өр-яңы булырға тейеш. Портфель, дәреслектәр һәм кейем-һалымдың ҡулланылғаны ла ярай, әммә бала ҡыуанып ҡабул итерлек таҙа, ыҡсым булһын, — тине ул.
Йыйылған әйберҙәр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлексәләрендә иҫәптә тороусы ғаиләләргә таратыласаҡ.