Ҡурсаҡтар элек-электән ҡыҙ баланың яратҡан уйынсығы һанала. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҙа ғүмере буйы уларға ғашиҡ булып йәшәй. Балалар уйнаған ҡурсаҡ XV быуатта ғына барлыҡҡа килә. Быға тиклемге ҡурсаҡтар тик ҡара магия өсөн, төрлө ҡырын эш, йола башҡарғанда ғына ҡулланылған.
Хәҙер төрлө төҫтәге күлдәккә төрөнгән ҡурсаҡтар яңынан модаға инә башланы. Улар бигерәк матур, бәләкәстәрҙең генә түгел, хатта ололарҙың да күҙен ҡыҙҙырырлыҡ итеп яһала. Етештереүселәр уларҙы ысын кешегә оҡшатып эшләй, шуға ла һатып алғың килмәгән осраҡта ла, ҡайһы саҡта кеҫәңдән аҡса сығарырға тура килә. Әммә ошо гонаһһыҙ күренгән матурҡайҙар гел генә ҡыҙсыҡтарға ҡыуаныс килтермәй икән. Кешеләр ҡурсаҡтарҙың бер үк ваҡытта балаларҙың һаулығына, уларҙың аңына зыян килтереүен күрә, һиҙә башлай.
Миҫал эҙләйһе түгел. Үткән быуаттың башында билдәле ҡурсаҡ яһаусы Чарльз Уинкокс тарафынан яһалған “Бейло-беби” ҡурсағы менән бәйле ҡыҙғаныс яҙмышлы хәлде иҫкә төшөрәйек. Аҙ ҡанлылыҡтан интеккән Розиҙың ата-әсәһе, бәләкәскә уйынсыҡ яһап биреүен һорап, билдәле ҡурсаҡ оҫтаһына мөрәжәғәт итә. Улар уйынсыҡ Розиҙың һыҙланыуын бер аҙға булһа ла баҫыр, тип уйлай. Ҡурсаҡ бик матур килеп сыға, уға һоҡланмағандар һирәк була. Бәләкәй Рози ҙа тәү күреүҙән уйынсыҡты оҡшата, үҙенең бер туған һеңлеһендәй күрә. Ата-әсәһе лә оҫтаны маҡтап бөтә алмай. Әммә ҡурсаҡ Розиға йән тыныслығы бирмәй, бер нисә көндән ҡыҙыҡай ҡурсаҡты ҡулында ҡыҫҡан килеш йән бирә.
12 йыл үткәс, Розиҙың әсәһе көтмәгәндә иҫке-моҫҡо менән һатыу иткән берәүҙә ҡыҙының ҡурсағына ныҡ оҡшаған уйынсыҡты күрә. Әсә кеше “Бейло-беби”ны һатып ала... һәм ике көндән һуң тәҙрәнән ергә ташлана. Ул да ҡурсаҡты ҡулында ҡыҫҡан килеш һәләк була.
“Йәнһеҙ” ҡурсаҡтар нисек тере кешенең ғүмеренә һәм үлеменә йоғонто яһай ала һуң? Парапсихик проблемаларҙы өйрәнгән ҡайһы бер ғалимдар транс хәлендә, күтәренке кәйефтә булғандар үҙ аңында ҡурсаҡ-һындарҙы “йәнләндереү” һәләтенә эйә тип иҫәпләй. Теге ҡыҙсыҡтың гонаһһыҙ ҡурсаҡ менән уйнауын иҫкә төшөрөгөҙ әле, ата-әсәһе бүләк иткән уйынсыҡҡа ул тере йән эйәһе кеүек ҡараған бит.
Мистиканы тикшергән Евгений Головиндың фекеренсә, уйын барышында ҡурсаҡ ниндәйҙер кимәлдә тере йән эйәһенә әүерелә. Әгәр ҙә ниндәйҙер әйберҙе кеше рәүешенә индереп, уны кейендереп, билдәле бер йола-ғәмәл башҡарһаң, был әйбергә йән, кешенең биоэнергетикаһы инә, тип иҫәпләй ул. Был башҡарылған йола-ғәмәл баланың да, башҡаларҙың да ғүмеренә тәьҫир итә икән.
Балалар яратып уйнаған ҡурсаҡ ҡара магияла төрлө тәжрибә өсөн ҡулланыла, ти Евгений Головин. Мәҫәлән, насар йола өсөн ҡурсаҡ яһала, аҙаҡ уның ҡулы йә аяғы өҙөлә. Һуңынан билдәле бер ҡара йола-ғәмәл ҡылғандан һуң, кешенең менән ҡурсаҡтың өҙөп алынған ҡулын тиңләштерһәң, һау кеше лә ҡулы йәки аяғының һыҙлауын тоя башлай. Ошондай ҡара йолаға дусар ителгән бәғзе берәүҙәрҙең “энергетик фантом”ы шул тиклем ҡаты йәрәхәтләнә, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн медиктар ҡайһы саҡта уның аяҡ-ҡулын ҡырҡып ташларға мәжбүр була. Бына ниндәй көскә эйә ҡара магия!
Ҡыҙҙар уйын барышында ҡурсаҡҡа шул тиклем ышана, уны тере кеше итеп күреп, һөйләшкән булалар, хатта серләшәләр. Әммә ҡурсаҡҡа ышаныс ахыр сиктә шуға килтерә: баланың биомәғлүмәт полеһының ниндәйҙер бер өлөшө ҡурсаҡҡа ла күсә.
Ҡурсаҡҡа, манекендарға, статуяларға күскән “тере йән”дең ниндәй сифаттарға эйә булыуы хаҡында парапсихолог Евгений Головин бына нимә ти: “Магазин витринаһындағы манекендың, уйлап ҡараһаң, бер гонаһы ла юҡ кеүек, әммә ул манекен түгел. Ул тере, шул уҡ ваҡытта уҫал һәм яуыз. Уйлап сығарыусы, әлбиттә, манекенды нисек “терелтергә” икәнен белмәй. Уны яһауға барлыҡ күңелен һала, әммә техник оҫталығы һәм ҡулы аша ҡурсаҡҡа, манекенға оҫтаның ғүмеренең бер өлөшө лә күсә һәм уларға ниндәйҙер кимәлдә ғүмер бүләк ителә. Бында шуныһы ҡурҡыныс: беҙҙең донъяла күп нәмә аңһыҙ рәүештә һәм стихиялы башҡарыла. Бындай “йән эйә”һе хатта вампирлыҡ һәләтенә эйә, ул үҙенә иғтибар итеүҙе лә талап итә башлай. Өҫтә яҙып үтелгән “йән эйә”ләренең магазин витринаһынан төнөн йә таңда кинәт кенә юғалыуы хаҡындағы хәл-ваҡиғалар тарихта ла рәсми теркәлгән. Был, әлбиттә, аңлайышһыҙ, әкиәт кеүек яңғырай, әммә ысын факт. Шулай итеп, быларҙың барыһы ла ниндәйҙер кимәлдә ҡурсаҡ менән уйнауҙың ҡурҡыныслы булыуына ишара яһай”.
Ҡурсаҡтар менән айырыуса аңлайышһыҙ, мистик әйберҙәр күҙәтелә. Бындай хәл йыш ҡына ғәҙәти кешеләр, беҙҙең замандаштар менән дә булғылай. Мәҫәлән, Ярославль театр институтының өлкән курс студенттары, беренсе курсҡа уҡырға килгән иптәштәренә ҡурсаҡтарға бәйле хәл-ваҡиға тураһында һөйләп, уларҙы шаҡ ҡатыра. Бер студент ҡурсаҡ менән үҙе араһындағы булған мөнәсәбәтте ритуал тип иҫәпләй. “Ҡурсаҡты үҙеңә буйһондороу өсөн иң яҡшы сифаттарыңдан, иң яҡшыһы тип һаналғандарынан, ҡотолорға кәрәк. Әгәр ҙә һин бар нәмәнән ваз кисһәң генә ҡурсаҡсы булып китәһең, быны һөйләп аңлатыуы ауыр. Ниндәйҙер мәлдә мин түгел, ә ҡурсаҡ минең өҫтән етәкселек итә башлаған кеүек тойолдо. Ул хатта уй-фекерем менән дә яйлап идара итеүгә күсте кеүек. Быны аңлата ла алмайым, уның өсөн уҡытмайҙар шул. Әммә бындай хәлдәр йыш була.
Ҡурсаҡ менән кеше араһындағы мөнәсәбәт гел генә ижади процесҡа килтермәй, ул ҡайһы саҡта мистиканы ла хәтерләтә. Студенттар шулай төрлө боҙоҡлоҡҡа арналған тамаша ҡуйыу өсөн ҡурсаҡ әҙерләй. Оля исемле ҡыҙға ябай булмаған “Әжәл” (“Үлем”) исемле ҡурсаҡ яһарға ҡушалар. Ул өйөнә ҡайтҡас, эшкә тотона. “Аҡ тауар алып, уны тимерсыбыҡҡа эләктерҙем дә битлек яһап ҡуйҙым, – тип һөйләй Оля. – Тик битлек яһап бөткәс тә, миндә ҡырағай депрессия башланды: буштан-бушҡа үкереп иларға тотондом. Өләсәйем минең бындай ҡылығыма аптырай төштө. Шул саҡ мин уға: “Әжәл”де утҡа яҡ!” — тип ҡысҡырҙым. Ул мине тыңлап тиҙ генә ҡурсаҡты мейескә ырғытты. Аҙаҡ уйынсыҡтың хафаланып янғанын күңелем менән һиҙеп торҙом. Ҡурсаҡ янып бөткәндән һуң истерика ла, үкереп илауым да, тартышыуым да юҡҡа сыҡты”.
Ғалимдар, парапсихологтар, табиптар балалар яратып уйнаған матур ҡурсаҡтарҙың үлемесле хәүеф-хәтәр алып килеүгә сәбәпсе булыуын төрлөсә аңлата. Әммә ғалимдар күпселек кеше ҡурсаҡтарҙы “үле” әйбер кеүек ҡабул итә, тип иҫәпләй, бында уларҙың фекере берҙәм. Ә ысынбарлыҡта, ҡурсаҡтар йәшәй һәм үҙҙәре менән идара итеүселәрҙең ғүмерен дә билдәләй. “Тере” кешеләр менән “үле” ҡурсаҡтарҙың йәнәш йәшәүе – ниндәйҙер сәйер күренеш: ҡурсаҡтар кешенең эске донъяһын аса йә “тере” кешенең яҙмышына тәьҫир итә. Бына һиңә, гонаһһыҙ ҙа, матур ҙа ҡурсаҡтар!
Самат ҒӘЛИН.