Бөгөн коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә ҡарата һорауҙар күп тыуа. Ни өсөн һыуға шундай хаҡ, ни өсөн күрше йорттағылар йылылыҡ өсөн беҙҙән кәмерәк түләй, ни өсөн квитанциялағы һәм иҫәпләү приборындағы күрһәткестәр тап килмәй – ошоларға оҡшаш ризаһыҙлыҡты йыш ишетергә була халыҡ араһында. Ысынлап та, быға тиклемге коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағиҙәләрендә ҡулланыусыларға аңлашылып етмәгән урындар күп ине. Әле шул сетерекле яҡтарҙы көйләргә тейешле хөкүмәт ҡарары әҙерләнеп, ул ай ярымдан көсөнә инәсәк. Һәм 2012 йылдың 1 сентябренән почта йәшнигебеҙҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә яңы квитанция ятасаҡ.
Ул бөгөнгөһөнән күпкә айырыла. Беренсенән, күләме буйынса ике тапҡырға ҙурыраҡ. Икенсенән, ҡулланыусылар өсөн анығыраҡ, төплөрәк файҙалы мәғлүмәт бар унда. Мәҫәлән, иҫке квитанцияла ниңәлер айҙан-айға артып барған түләүгә хаҡтарҙы күреп аптырай инек. Шул сәбәпле идарасы компанияға барып, дәғүәләр ҙә белдерҙек, белдерәбеҙ. Ә күп кешеләр улай эшләмәне, һүҙһеҙ генә ҡағыҙҙа күрһәтелгән хаҡты түләне. Әлегеһендә подъезды йылытыуға, яҡтыртыуға күпме түләгәнебеҙҙе лә белмәйбеҙ.
Яңыһында иһә һәр хеҙмәткә – эҫе һыуғамы, һыуығынамы, электрғамы, газғамы – түләү ике өлөшкә бүленгән: дөйөм йорт ихтыяжы һәм шәхси ҡулланыусылар өсөн (норматив тариф йәки иҫәпләү приборы буйынса). Бына ошолар тураһында һөйләне Башҡортостан Дәүләт-торлаҡ инспекцияһының бүлек етәкселәре Олег Фахрутдинов менән Анна Носкова матбуғат конференцияһында.
Яңы квитанция бер нисә өлөштән тора: “Түләүҙе иҫәпләү” (бында тарифтар күрһәтелә), “Ҡайтанан иҫәпләүҙәр” (артыҡ түләү йәки түләп еткермәү тураһында), ”Белешмә мәғлүмәт” һәм башҡалар. Иҫәпләү приборы буйынса ағымдағы айҙыҡы ғына түгел, алдағы ике айҙың да күрһәткестәре биреләсәк. Шул да мәғлүм булһын: элек коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәренең беҙгә килеп иҫәпләү ҡоролмаһының күрһәткесен алырға хоҡуғы бар ине. 1 сентябрҙән иһә ҡайһы берҙә, әгәр һыу йә башҡа нәмә өсөн ике айҙан ашыу түләмәһәгеҙ йәки квитанцияла күрһәткесте яҙырға онотһағыҙ, контролер мотлаҡ ишегегеҙҙе ҡағасаҡ. Һеҙҙең өсөн һәр саҡ күршеләрегеҙ түләргә тейеш түгел дә инде.
Буласаҡ түләү ҡағыҙының башҡа өҫтөнлөктәре лә бар. Хеҙмәт күрһәтеүсе ойошма ҡайтанан иҫәпләүҙәргә аңлатма бирергә тейеш. Тағы шуныһы: бурыстары йыйылғандарға уны һуңынан ҡапларға ла мөмкинлек ҡаралған яңы квитанцияла. Шулай уҡ унда, Интернеттағы адресына тиклем, идарасы компания тураһында тулы мәғлүмәт урын аласаҡ. Әйткәндәй, ҡулланыусыларҙың теләге буйынса түләү ҡағыҙын элетрон почта аша ла ебәрәсәктәр.
Ф. ҠЫЛЫСБАЕВ.