Башҡортостан Президенты Указы менән Эльшад Теләшев республика башлығының нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы мәсьәләләре буйынса советнигы итеп тәғәйенләнде.
Теләшев Эльшад Ғүмәр улы 1956 йылдың 21 ноябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле — 1979 йылда Өфө нефть институтын “Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы” һөнәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда Өфө нефть институтының “Органик химия” кафедраһында инженер булып башлай. 1980–1993 йылдарҙа ошо уҡ институттың “Физик һәм органик химия” кафедраһы хеҙмәткәре булып эшләй. 1993 йылда Башҡортостан Республикаһының нефтте химик эшкәртеү институтындағы фундаменталь тикшеренеүҙәр бүлегендә эш башлай. 1997 йылдан алып әлегә тиклем ошо институтҡа етәкселек итә.
1980 йылдан тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 1992 йылдан — техник фәндәр докторы.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, “Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы химигы” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәргә эйә.
450-нән ашыу мәҡәлә, 60-тан ашыу патент авторы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.