Ҡаһарманлығы былай ҙа бөйөк19.07.2012
Күптән түгел миңә бер райондың хакимиәт башлығы урынбаҫары менән һөйләшеп ултырыу насип булды. Хәл-әхүәлдәрен һораным, эштәре көйлө генә бара төҫлө. “Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исеме биреүҙе һорап икенсе ҡабатҡа ҡултамғалар йыйырға торабыҙ”, — тип аптыратты был мине.

Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы бер кешеләрҙең Шайморатовҡа Герой исемен биреүҙе яңынан күтәреп сығырға кәрәк тигән фекере тәүҙә үк күңелгә ятмағайны. Яҡташыбыҙҙың хәрби хеҙмәт юлын (граждандар һуғышы, Ҡытай, Генераль штаб, кавалерия полкы командиры, дивизия командиры), уның ҡаһарманлығын (һуғышҡа тиклем үк Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры), ойоштороу һәм командирлыҡ һәләтен (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороу) инҡар итергә йыйынмайым, ул халҡыбыҙҙың бөйөк улдары рәтендә лайыҡлы урын алған.
Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булыуына 69 йыл үткәс, уға Герой исеме биреүҙең фәтүәһе бармы икән? Кемдер бар тип әйтер, награда геройын табырға, дөрөҫлөк тантана итергә тейеш, тиер. Икенсе яҡтан, ул награда “Рәсәй Геройы” тип атала, М. Шайморатов азатлығы өсөн башын һалған Советтар Союзы күптән юҡ бит. Ҡайһы бер кешеләр: “Рәсәй Геройы” исеме Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән 100-ҙән ашыу кешегә, шул иҫәптән И. Флеровҡа, летчиктар В. Носовҡа һәм Ф. Дорофеевҡа бирелде бит”, — тип әйтер. Быныһы ла хаҡ. Әммә, минеңсә, генерал Шайморатов быға мохтаж түгел, ул милли геройыбыҙ рәүешендә аңға һеңгән һәм хөрмәт ителә.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юллайҙар. 1948 йылдың декабрендә партия Өлкә комитетының беренсе секретары С. Ваһапов, Юғары Совет Президиумының рәйесе Ғ. Ниғмәтйәнов, Хөкүмәт башлығы Н. Уразбаев ошо мәсьәлә буйынса И. Сталинға хат яҙып ебәрә, М. Шайморатовҡа Герой исемен биреүҙе, уға Өфөлә һәйкәл ҡуйыуҙы һорайҙар. 1950 йылдың ноябрендә республика етәкселеге И. Сталинға тағы бер хат ебәрә.
“Ниндәй яуап булғандыр — архивта табылманы”, — тип яҙҙы “Йәшлек” гәзитендә танылған тарихсы, архивты өйрәнеүсе Д. Күскилдин. Шул уҡ материалдан күренеүенсә, 1958 йылдың мартында З. Нуриев, Ф. Зәғәфуранов, В. Нәбиуллин — хөкүмәт башлығы ҡултамғаһы менән партияның Үҙәк комитетына тағы бер хат ебәрелә. Был эшкә Советтар Союзы Маршалы Буденный ҙа ылыҡтырыла, әммә ыңғай яуап булмай.
Тимәк, ҡултамғалар йыйыуҙы дүртенсе ынтылыш тип ҡарарға мөмкин. Тураһын әйтергә кәрәк, Совет заманында чиновниктар үҙ эшен белә ине, хәҙерге осор менән сағыштырырлыҡ түгел. Юғары кимәлдәге етәкселәр ҡул ҡуйған, хатта береһен маршал Буденный хуплаған хаттарға ыңғай яуап булмауҙың сәбәбе булғандыр. Ошо йәһәттән быйыл “Истоки” гәзитендә баҫылған бер материалға (№ 13, 2012 йыл, 28 март) иғтибарҙы йүнәлтке килә. Унда килтерелгән факттар генерал Шайморатовтың ҡайҙа, нисек һәләк булыуы хаҡында яңы мәғлүмәт бирә. Әлбиттә, улар тарихсылар тарафынан өйрәнелергә, асыҡланырға тейеш. Әммә шуныһы хаҡ: Шайморатов, ҡайһы бер имеш-мимештәрҙән айырмалы рәүештә, илен һатмаған, яуҙа һәләк булған. Ошо хаҡта генералдың яуҙаштарының күрһәтмәләре, иҫтәлектәре һөйләй. Был — раҫланған факт.
Дөйөмләштереп әйткәндә, минең фекеремсә, Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен фәҡәт дошман тылында һәләк булғаны, ҡайҙа, нисек ерләнгәнендә ниндәйҙер билдәһеҙлек барлығы өсөн генә бирмәгәндәр. Ни эшләйһең, заманы шулай булған.
“Башҡортостан” гәзитендә, данлыҡлы яҡташыбыҙға Герой исемен биреү-бирмәү тураһындағы ығы-зығыны туҡтатырға кәрәк тип сығыш яһаған М. Ҡотлоғәлләмовты һәм Ә. Арыҫлановты хуплайым. Башҡаса ҡуҙғатмайыҡ беҙ ул теманы. Генерал халыҡ геройы булып тарихта ҡалһын, уның ҡаһарманлығының һәм батырлығының мәртәбәһе Герой исеме бирелеп түгел, ә уның исемен артабан мәңгеләштереү һәм популярлаштырыу иҫәбенә күтәрелһен. Ни эшләп әле генерал Шайморатовтың һәләк булыуына 70 йыл тулыуға ҡарата (2013 йылдың 23 феврале) Өфөлә һәйкәл ҡуймаҫҡа? “Герой” исеме һорап ҡултамға йыйыусылар ошо хаҡта хәстәрләһен ине.
К. ШӘМСЕТДИНОВ,
матбуғат ветераны.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад