Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте19.07.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты Әйүпов Мансур Әнүәр улы — “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Өфө ҡалаһының “Жилстройинвест” йәмғиәтенең генераль директоры Сәлихов Рәбис Сәлих улы — Салауат Юлаев ордены, Силәбе ҡалаһының Ш. Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы мөдире Әйүпова Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Бәләбәй “Автонормаль” заводының башҡарма директоры урынбаҫары Хәсәнов Фәрит Әхсән улына, Өфө тепловоз ремонтлау заводының генераль директоры Хөсәйенов Винер Наил улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”, Өфөнөң I төрҙәге махсус (коррекциялау) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты директоры Әхмәҙиева Әнисә Хәниф ҡыҙына, Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Ғабдрафиҡов Рауил Рәхимйән улына, Асҡын районы Асҡын ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гордина Валерия Әғләм ҡыҙына, Өфө ҡалаһы Октябрь районының 155-се лицейы директоры Ибраһимова Ирина Юрьевнаға, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы уҡытыусыһы Кустиков Сергей Ивановичҡа, Дүртөйлө районы Мәскәү ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Низамова Флүзә Хәниф ҡыҙына, Туймазы районы Туймазы ҡалаһының 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Никитина Валентина Ивановнаға, Ҡыйғы районы Ҡолмәт ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Нурғатина Зилә Раил ҡыҙына, Салауат ҡалаһының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рихтер Оксана Рифҡәт ҡыҙына, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы директоры урынбаҫары Ткачева Надежда Николаевнаға, Ҡариҙел районының Байҡыбаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Хафизова Рәшиҙә Әүхәҙи ҡыҙына, Өфө ҡалаһы Октябрь районының 93-сө гимназияһы директоры Хаффазова Елена Робертовнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһының Стәрлетамаҡ институты директоры Баринова Наталия Юрьевнаға, Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһының Психология һәм социаль-мәҙәни эш институты профессоры Ғарипов Марсель Исмәғил улына, Дыуан районы хакимиәте мәғариф бүлегенең баш белгесе Нәбиуллин Рауил Ниғмәтулла улына, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм административ хоҡуҡ кафедраһы мөдире Сафина Светлана Борисовнаға, Стәрлетамаҡ физик культура техникумы уҡытыусыһы Туленков Сергей Васильевичҡа, Яңауыл районының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Харисов Фәрит Фәхрәз улына, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Чалова Ольга Борисовнаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад