Ниндәй генә һуғыш булмаһын, ул бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғы-хәсрәт, емереклек, ҡорбандар алып килә. Беҙ — Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары. Аслығын да, яланғаслығын да, ауыр эштәрҙе лә күп күрҙек.
Илебеҙгә дошман баҫып ингәндә, миңә биш кенә йәш булған. Атайымды, сирле булыуына ҡарамаҫтан, 1942 йылда һуғышҡа алдылар. Әсәйем ете бала менән бер үҙе тороп ҡалған. Уны иртәнән алып кискә тиклем колхоз эшенә егәләр. Атайым 1943 йылдың яҙында Волхов фронтында яраланып госпиталгә эләгә. Йәй урталарында ауылға ҡайтты. Көҙөн оло ағайымды армияға алдылар. 1945 йылда икенсе ағайымды Алыҫ Көнсығышҡа ебәрҙеләр. Шулай итеп, йортта эшсе көсө булып бер әсәйем ҡалды. Атайым эшкә яраҡһыҙ. Йорт эштәрен башҡарыуҙа беҙ ҙә уға ярҙам итәбеҙ.
Архангел районының Ырғыҙлы ауылында “Крахмал” заводы асылғас, колхоздарҙан, халыҡтан йыйылған бәрәңгенән фронт өсөн спирт етештерҙеләр. Картуфты бешереп, киптереп фронтҡа оҙаттылар. Һәр хужалыҡҡа бәрәңге һалымы булды. Төп аҙығыбыҙ яҙға бөтә, сәсергә орлоҡ та ҡалмай ине.
Яҙын серегән картуфты йыйып, таҙартып күмәс бешереп ашайбыҙ. Урманды ҡыҙырып, төрлө үҫемлек йыябыҙ: фәрдә үләне, көпшә, балтырған, ер бәрәңгеһе. Бәшмәккә йөрөйбөҙ. Үлмәҫ өсөн мал да ауыҙына алмаған аҙыҡты ашайбыҙ.
Һалым ҙур, өҫтәүенә хәрби заем туләргә кәрәк. Халыҡҡа 270 литр һөт, ике һарыҡ тиреһе, 48 килограмм ит, 100 йомортҡа тапшырырға кәрәк. Үҙең аҫраған малды ауыл Советынан рөхсәт алмайынса һуя ла алмайһың. Барлыҡ аттарҙы һуғышҡа алып бөттөләр. Ҡарт-ҡоро, үҫмерҙәр һыйырҙарҙы эшкә егә башланы. Малды ашатырға бесән етешмәй. Иң яҡшы урындарҙы, яландарҙы колхоз малдары өсөн саптыралар. Сараһыҙҙан урманға йыла ағасына йөрөйбөҙ. Уныһы ла яҡын түгел, дүрт-биш километр араға бәләкәй сана тартып бараһың.
Шундай аслыҡ, яланғаслыҡ шарттарында ниндәй уҡыу булһын инде. Беренсе класҡа уҡырға төшөү менән мәктәбебеҙ янды, буш торған һыуыҡ йорттарҙа китапһыҙ “белем алдыҡ”. Яҙырға ручка, ҡағыҙ булманы. Кинола ғына матур итеп күрһәтәләр. Аяғыбыҙҙа йүкә ҡайырыһынан үрелгән сабата булды. Уныһы бер аҙнаға ла етмәй — туҙа. Сабата үреүгә лә махсус задание булды. Урман эшселәре, йылғаларҙа һал ағыҙыусылар ошо аяҡ кейемен кейҙе. Был турала яҙғандары ла, кинола күрһәткәндәре лә юҡ. Фронтҡа оҙатыу өсөн ойоҡ, бейәләй, йылы кейем йыйҙылар. Бейәләйҙе, винтовканан атыу өсөн яраҡлаштырып, бер бармаҡлы итеп бәйләнеләр. Беҙ, малайҙар, арҡан, йыуыныу өсөн йүкә йыуғыс әҙерләнек. Күп тиҫтерҙәштәрем аслыҡтан, ауырыуҙан вафат булды, көнөнә икешәр кешене ерләй торғайнылар. Шундай ауыр шарттарҙа йәшлек йылдарыбыҙ үтте.
Егет ҡорона еткәс, 1954 йылда армияға алдылар. Бында ла рәхәтлек күрмәнек. Ырымбур өлкәһендәге Туҡ хәрби ябыҡ полигонына эләктем. Ошо йылдың йәйендә бында атом бомбаһына һынау үткәрелде. Беҙҙе шартлау эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн алып килделәр. Бер ниндәй һаҡланыу сараһы, кейем булманы, күнекмә үткәрелмәне.
Һалдат ҡайҙа булһа ла алғы һыҙыҡта инде. Радиациянан нурланып, ауыр хәлдә лазаретҡа эләктем. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таптылар. Бер яҡтан, тиҙ арала армиянан кире ҡайтарылыу минең өсөн ғәрлек тә, оят та булды. Икенсе яҡтан, был ҡот осҡос ваҡиға, үҙеңдең хәлең тураһында һөйләү генә түгел, ауыҙ асыу ҙа тыйылды, сер һаҡлау өсөн ҡултамға алдылар.
Ҡайтҡас, 15 көн эсендә эшкә урынлашырға ҡуштылар. Шул уҡ йылдың декабрь айында хеҙмәт армияһына алдылар. Шулай итеп, икенсе мәртәбә Ырымбур өлкәһенең Домбаров районындағы хәрби аэродром төҙөлөшөнә эләктем. Бында ике йыл да туғыҙ ай эшләгәндән һуң, мине ауыр хәлдә Ырымбурҙағы хәрби округ госпиталенә оҙаттылар. Бер аҙ дауаланғас, икенсе мәртәбә комиссия үткәреп, эшкә яраҡһыҙ тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Был турала бер кемгә лә белдермәнем, сөнки эшкә урынлашыу өсөн һау-сәләмәт кеше кәрәк. Үҙемдең хәлде яҡшы аңлағас, уҡырға тотондом. Киске йәштәр мәктәбендә уҡыным, бер үк ваҡытта эшләнем дә. Ҡулыма аттестат алғас, 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға индем. Шулай итеп, уҡытыусы булып киттем. Дөйөм хеҙмәт стажым — 47 йыл.
Ҡатыным менән алты бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Дүрт улым армияла өсәр йыл хеҙмәт итте. Минең хеҙмәт йылдарын ҡушһаң, 15 йыл булып китә. Шуныһы үкенесле: ҡайһы бер кешеләр армияла бер йыл да хеҙмәт итмәйенсә төрлө льготаларҙан файҙалана.
Кесе улым ике мәртәбә “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булды, фатир бирәбеҙ тип алданылар үҙен. Йәшлек йылдарым һағындырмай, пенсияға сыҡҡас ҡына яҡшы, тыныс йәшәй башланым.
Яҙылған һәр һүҙем дөрөҫ, шикләнеүселәр булһа, килеп сығығыҙ, танышырбыҙ, һөйләшербеҙ. Беҙ күргән ауырлыҡты балалар күрмәһен, рәхәт, имен йәшәһен.
Фанияз САДИҠОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.