Йәйге каникулығыҙ нисек үтә, дуҫтар? Көноҙоно уйнап, ҡояшҡа янып, бер башҡа үҫеп киткәнһегеҙҙер инде. Атай-әсәйегеҙгә, олатай-өләсәйегеҙгә ярҙам итергә лә өлгөрәһегеҙҙер.
Томра көндә йылға, күл буйҙары һеҙҙең тауыштан гөрләп торалыр. Йәмле Асылыкүлдә лә шулай. Бында тиңдәштәрегеҙ өсөн “Тәбиғәт дуҫы” тигән лагерь эшләй. Беҙ барғанда, күлдә дүртенсе төркөмдөң ҡыҙҙары рәхәтләнеп һыуҙа йөҙә ине. Ярҙа малайҙар үҙ сиратын түҙемһеҙләнеп көтә. Тренер ағайҙары бик етди, уның рөхсәтенән тыш һыуға төшөргә ярамай.
Күлдән арыраҡ ятҡан спорт майҙансығы ла гөрләп тора. Унда өлкәнерәк балалар туп һуға, бәләкәсерәктәр төрлө уйында мәж килә. Берәүҙәр өлкән вожатыйҙары Гөлнара Вил ҡыҙы янына йыйылған. Яғымлы, ихлас тәрбиәсенең йылы һүҙе ауылын һағынып өлгөргәндәрҙең һағышын шунда уҡ таратып ебәрә кеүек.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Дәүләкән районы.