Минең исемем Лидиә. Өфөнөң 2-се башҡорт лицейы уҡыусыһымын.
Әле Мәсетле районының Ясин ауылында ял итәм. Өләсәйемдең янында шундай рәхәт. Һыу инәм, китап уҡыйым, бәпкәләрҙе ҡарайым. Өләсәйемдең ҡулы алтын, көнө-төнө эш менән булыша. Мин дә унан бешеренергә, ҡорот, эремсек яһарға өйрәндем. Бергәләп эшләһәң, тәмлерәк тә була икән!
Ҙурайғас, юрист булырға теләйем. Арымай-талмай эшләгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлар инем. Айырыуса өлкән йәштәгеләрҙең. Ғүмере буйы тырышып хеҙмәт иткәс, хаҡлы ялда рәхәтләнеп йәшәргә тейеш бит улар. Ҙур, киң йортта, мул тормошта.
Лидиә БИЛАЛОВА.
Мәсетле районы,
Ясин ауылы.