Һыу һаҡланғанды ярата19.07.2012
Һыу һаҡланғанды яратаБыйылғы йәй шундай эҫе, томра. Һыуҙан сыҡҡығыҙ ҙа килмәйҙер, эйеме, дуҫтар? Шулай ҙа рәхәтлектән бик онотолоп китмәгеҙ, һаҡ булығыҙ. Түбәндәге кәңәштәрҙе иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ ине.
- Һыуҙа өшөгәнсе йөрөмәгеҙ. Туҡтап хәл ала-ала 15 — 20 минут йөҙөргә мөмкин. Юғиһә тәндең тартыша башлауы, тындың туҡталыуы ихтимал.
- Арҡала йөҙөргә өйрәнергә кәрәк. Арып киткән саҡта уның файҙаһы ҙур: һыу өҫтөндә ятып ял итергә мөмкин. Көс бөтөүҙән ҡурҡып, тынысһыҙланырға ярамай — батыу ҡурҡынысы бар.
- Таныш булмаған урында айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Тәрәнлекте өйрәнмәйенсә, төшөргә ашыҡмағыҙ. Ярҙан һикереү бигерәк тә ҡурҡыныс, сөнки һыуҙың төбөндә хәүеф тыуҙырған ҡаты, осло нәмәләр булыуы ихтимал.
- Ағымға эләкһәгеҙ, тынысһыҙланмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ. Нисек тә уның ыңғайына барып, ярға яҡынларға тырышығыҙ.
- Ҡояш аҫтында оҙаҡ ятҡандан һуң ҡапыл ғына һыуға һикермәгеҙ, тәнде һалҡынға яйлап ҡына күндерегеҙ.
- Һыу ингәндә, янығыҙҙа өлкәндәр булһын.
Дуҫтар! Һыуҙан сихәт алып, күңелле ял итегеҙ!


Вернуться назад