Хикәйә
Бер көндө Ғәзизә олатаһы, өләсәһе һәм туғандары менән еләккә барҙы. Тултырмышҡа тип сынаяҡ та алды.
Ҡыҙсыҡҡа олатаһы янында ғына йөрөргә ҡуштылар. Башҡалар тауҙың үренә үк менеп китте.
Себен-серәкәй бик яман икән урманда. Ғәзизә түҙҙе түҙҙе лә илап ебәрҙе:
— Олатай, себен мине шул тиклем ыҙалата-а-а...
— Өйҙә кейергә теләмәгәйнең шул, — тип, олатаһы ейәнсәренә салбар, еңле футболка кейҙерҙе, дарыу һөрттө. Шунан бер аҙ тынды теге яуыздар.
Ә олатай күҙлеген онотоп киткән дә еләкте күрмәй ҙә ҡуя. Ул арала, һауыттарын тултырып, тауҙан төштөләр. Олатайҙың еләкте бик аҙ йыйғанын күреп көлөштөләр. Ғәзизәгә ҡәҙерлеһе йәл булып китте. Йүгереп йөрөп сынаяғына еләк йыя башланы. Тултыра ла олатаһының кәрзиненә һала, тултыра ла һала.
Туғандары был юлы еләкле урынға осрамаған, ахыры, һауыттарында еләк яртылаш ҡына. Ғәзизә менән олатаһының ике кәрзинде тултырып ҡуйғанын күреп, аптырап ҡалдылар.
— Күҙлегемде оноттом, тигәйнең, еҙнә. Ә үҙең күпме еләк йыйғанһың! — тиеште балдыҙҙары.
— Минең бит тағы ла шәберәк “күҙлегем” бар! Еләкте үҙе йыйып бирә! — тип олатаһы ейәнсәрен тупылдатып һөйҙө.
Гүзәл СИТДИҠОВА