Әйҙә, киттек еләккә!
19.07.2012
Юлай Моратов һүҙҙәре һәм көйө
Кәрзин, кәрзин, кәрзинкә,
Әйҙә, киттек еләккә!
Кәрзиндәрем семәрле,
Минең ҡулдар егәрле.
Еләк йыям атайға,
Еләк йыям әсәйгә.
Бөтәбеҙгә лә етә —
Рәхим итегеҙ сәйгә!
Вернуться назад